газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2019, 10:30

Фәтих Ҡолһарин тыуған көнөн Пермдә үткәрә

Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләргә йыйынған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, салауаттарҙың ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе меңәрләгән театр һөйөүселәренең яратҡан актеры Фәтих Ҡолһаринды автобусҡа ултырыр алдынан ғына барып тоттоҡ. Салауат башҡорт дәүләт драма театры актерҙары Пермь өлкәһенә сәфәргә ҡуҙғалырға торалар ине.

- Тыуған көнөңдө ситтә үткәрмәксе булаһың инде?

- Беренсе генә тыуған көнөм ситтә үтмәй, - тине Фәтих йылмайып. - Беҙҙең һөнәр шулай бит, гел генә өйҙә ултырып булмай. “Салауат” гәзите аша минең ижадымды үҙ иткән тамашасыларыма сәләм күндерә тороғоҙ. Беҙ йөрөп ҡайтҡас, яйлап һөйләшербеҙ.

Шулай килештек. Фәтих Ҡолһаринды ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡыусыларыбыҙҙы уй-фекерҙәре, ижади пландары менән ҡыуандырыр әле ул.


Читайте нас: