газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2019, 14:17

Мостайҙы самаһыҙ күтәреп кенә Мостайлы булырбыҙмы?

Кескәй Нәфисә беренсе тапҡыр балалар баҡсаһына килгән.

Тәрбиәселәргә үҙенең ғаиләһе тураһында һөйләй:

- Минең исемем Нәфисә. Беҙ ғаиләбеҙ менән Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге урамында йәшәйбеҙ. Мин хәҙер Мостай Кәрим исемендәге балалар баҡсаһына йөрөйәсәкмен. Минең Азамат исемле ағайым Мостай Кәрим исемендәге гимназияның бишенсе класында уҡый. Ул Мостай Кәрим ижадына арналған иншалар конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алды. Минең апайым да Мостай Кәрим исемендәге гимназияла уҡый. Ул йәштәр гәзите иғлан иткән Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсында еңеү яуланы. Минең әсәйем Йөҙөмбикә Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театрында актриса. Ул Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында төп ролде башҡара. Минең атайым Муса Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропортында техник хеҙмәткәр булып эшләй, ә Кинйә олатайым Ағиҙел йылғаһында Мостай Кәрим исемендәге теплоход капитаны. Мәғүбә өләсәйем альпинист. Ул Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһындағы Мостай Кәрим исемендәге тау түбәһенә үрләп, иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде. Ошо миҙалын күкрәгенә тағып өләсәйем Мостай Кәрим исемендәге самолетҡа ултырып Өфөгә ҡайтып төштө. Буш ваҡыттарыбыҙҙа беҙ ғаиләбеҙ менән Мостай Кәримдең һәйкәле урынлашҡан Мостай Кәрим исемендәге скверҙа ял итергә яратабыҙ. Киләсәктә беҙ, бәлки, Мостай Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһында ла йәшәрбеҙ әле.

Бына шулай һөйләне балалар баҡсаһына килгән тәүге көнөндә кескәй Нәфисә.

Мостай Кәрим, әлбиттә, бөйөк шәхес: драматург, яҙыусы, шағир, граждан. Әммә ул, әгәр үҙе иҫән булһа, үҙенең исемен ошо ҡәҙәре самаһыҙ күтәреүҙе хуплар инеме икән? Ай-һай, шикләнәм мин. Әммә беҙҙең чиновниктар һәм чиновник булмағандар ҙа, кемгәлер ярамһаҡланыу өсөн, һәр мөйөштә Мостай Кәримдең исемен байраҡ итеп күтәреп сыға башланы. Аҙ ғына булһа ла сама белеү кәрәктер ул, йәмәғәт.


Читайте нас: