Ошо көндәрҙә Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2019» республика конкурсына һайлап алыу туры уҙғас, ҡалабыҙ гүзәлкәйенең финалға үтеүе билдәле булды. Кастинг өс этаптан: ҡатнашыусылар менән таныштырыу, ижади номер һәм дефиленән торҙо. Жюри ағзалары тышҡы матурлыҡтан тыш, артистизмды, башҡорт телендә тасуири һөйләй һәм туған мәҙәниәтте күрһәтә белеүҙе лә баһаланы. Кастинг йомғаҡтары буйынса, «Һылыуҡай-2019» финалына Алина Ғәзизова менән 11 сибәркәй үтте. Ун икенсе ҡыҙ - «Мәскәү һылыуҡайы» конкурсы еңеүсеһе. Хәҙер ҡыҙҙарҙы тынғыһыҙ көндәр көтә: репетициялар, фотосессиялар, телекөндәлектә төшөү. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһында иртән «Сәләм» тапшырыуында ҡарарға мөмкин. Конкурстың Гала-концерты 27 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Салауат һылыуҡайы Алина Ғәзизоваға уңыштар теләйек.