Бүләкләү тантанаһы үҙәк китапханала уҙҙы. Еңеүселәрҙе конкурстың жюри рәйесе, Салауат драма театрының ижади коллективы етәксеһе Рөстәм Фазылов, үҙәк китапхана директоры Светлана Янгалова ҡотланы.
- Быйылғы конкурста 300-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Йыл һайын үҙ һәләттәрен күрһәтеүселәрҙең артыуы ҡыуандыра ғына. Быйыл улар көслөрәк, шуның өсөн дә жюри талапсаныраҡ баһаланы. Кон-курста кескәйҙәр, уҡыусылар, студенттар һәм ололар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Мостай Кәримдең ижады бөгөн дә кешеләр араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре һуҙыуын дауам итә. Ошондай ойошторолған әҙәби-ижади конкурстар быға асыҡ миҫал, - тине Рөстәм Рамазан улы.
Ижади эштәр «Тыуған илгә һөйөү менән!» биҙәү-ғәмәли сәнғәт, «Алдыма аҡ ҡағыҙ һалам» әҫәрҙәрҙе тасуири һөйләү, «Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!» башҡорт авторҙарының шиғырҙарын һөйләү номина-циялары буйынса баһаланды. Еңеүселәрҙең барыһына ла Почет грамоталары һәм бү-ләктәр тапшырылды. Ҡотлау-ҙар матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
- Уҡыусыларым менән бик күп конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Әлеге конкурста 8-се класс уҡыусыһы Эльвина Байрамғолова 3-сө урын яуланы. Ул Мостай Кәримдең «Сигеү сигә ҡыҙҙар» шиғырын тасуири һөйләне, йырланы ла. Бөгөнгө заман балалары бөйөк шәхесебеҙҙең ижадын яратып өйрәнә. Уның исеме төрлө быуын вәкилдәренә берләштереүсе көс булып тора, - ти 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтова.