газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2019, 15:50

Бер, ике, өс...

Салауат дәүләт башҡорт драма театры үҙенең тамашасыларын был миҙгелдә тағы бер премьера менән шатландырырға уйлай.

Коллектив 7 һәм 27 апрелдә Олжас Жанайдаровтың «Беруши» / «Бер, ике, өс...» спектаклен күрһәтә. Ҡуйыусы режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев. Ролдәрҙе Мирас Йомағужин, Радмир Дәүләтбаев, Гөлсәсәк Зарипова, Лиана Ниғмәтуллина, шулай уҡ БР-ҙың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев һәм Гөлсәсәк Шәрипова башҡара.

Спектакль нимә хаҡында һуң? ...Ағалы-ҡустылы Тыуған илдәренән йыраҡта, Мәскәүҙә бер бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Уларҙың аҡсаһы ла, ғаиләһе лә, бер-береһенә хөрмәте лә юҡ. Һәм бер мәлдә ҡустыһы тәүәккәл аҙым яһай... Был спектаклде туғанлыҡ хистәре тураһында тарих тиһәң дә була.

Премьеранан тыш, тамашасылар апрелдә театр сәхнәһендә түбәндәге спектаклдәрҙе ҡарай ала:

9 - М.Багаевтың «Ҡартайғанда тыртайған» комедияһы, (хаҡы 100 һум),19 сәғәттә.

17 - Г.Хугаевтың «Ысҡындырмайыҡ кейәүҙе» музыкаль комедияһы, «Нур» татар дәүләт театры,19 сәғәттә.

19 - Т.Миңнуллиндың «Шулай булды шул» музыкаль комедияһы, 19 сәғәттә.

20 - К.Чуковскийҙың «Тараканище», «Муха-Цокотуха» балалар өсөн әкиәттәре, 13 сәғәттә.

28 - М.Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» әкиәте, 13 сәғәттә.

30 - Э.Йәһүҙиндың «Көт-мәгәндә булған хәл» комедияһы, 19 сәғәттә.


Читайте нас: