газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Март 2019, 11:45

Тормош ҡайнай татыу был йортта

Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә. Ошо уңайҙан ҡаланың мәҙәни үҙәге булып торған театр етәкселегенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Илдар Маннапов, Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры.

- 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителеү менән һеҙҙә ниндәй өмөттәр уянды? Дәүләт тарафынан матди ярҙам булырына ышанаһығыҙмы?

- Әлбиттә, ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Айырыуса финанс проблемалары булған театрҙарға иғтибар бүлерҙәренә ышанабыҙ. Дәүләттең ярҙамын Театр йылы башланғансы уҡ тойҙоҡ. Өсөнсө йыл рәттән «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проектында ҡатнашып, аҡсалата ярҙам алдыҡ. Театрҙы йыһазландырыу буйынса мөһим бурыстарҙы хәл итеүгә ирештек, шулай уҡ киләсәктә сәхнәне, бинаны ремонтлау көтөлә.

Рөстәм Фазылов, театрҙың ижади коллективына идара итеүсе.

- 2019 йылда ижади коллектив алдына ниндәй бурыстар ҡуйылған? Республиканың 100 йыллығына бәйле ниндәй сараларҙа ҡатнаштығыҙ?

- Республиканың 100 йыллығына беҙҙең театрға Бүздәк, Баҡалы, Йәрмәкәй райондарын беркеттеләр. Беҙ уларҙы йыл буйы хеҙмәтләндерергә тейеш. Уларға спектаклдәр менән сығабыҙ. Был аҙнала Бүздәк районына артистарыбыҙ барып концертта ҡатнашты.

Айгөл Хәлитова, маркетинг бүлеге начальнигы.

- Һуңғы биш йылда тамашасыларҙың театрҙағы спектаклдәргә ҡыҙыҡһыныуы арттымы? Халыҡты йәлеп итеү өсөн нимәләр эшләнә?

- Интернет-технологияларҙың, һанлы телевиде-ниеның йылдам үҫешеүе, төрлө эстрада йырсыларының күбәйеүе, әлбиттә, театрға ҡыҙыҡһыныуҙы бер аҙ кәметте. Әммә беҙҙең театр хатта ауыр ваҡыттарҙа ла һәр ваҡыт юғары кимәлдә булырға тырыша. Тамашасы менән аралашыуҙың яңы юлдарын эҙләйбеҙ, балалар аудиторияһын йәлеп итәбеҙ. Һуңғы биш йылда тамашасылар һаны кәмене түгел, хатта бер аҙ артты ла. Шуныһы шатландыра.


Читайте нас: