газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март 2019, 11:27

Йыраҡ араларҙы яҡынайтып

Уҙған аҙна ҡаланың Картиналар галереяһында сығышы менән Ишембай районынан булған, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәп, ижад итеүсе йәш рәссам Вера Фролованың картиналар күргәҙмәһе асылды.

Эштәрен күңел һалып башҡарыуы асыҡ күренә. Тәҡдим ителгән картиналар араһынан башҡорт милли кейемендәге мөләйем ҡатын һүрәте иғтибарҙы йәлеп итте. Уның тураһында рәссамдан һорашам.

- Картина «Ҡунаҡсыл Гөлсинә» тип атала. Гөлсинә Батыршина - Мәскәү ҡалаһындағы «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе. «Аҡ тирмә» активистары Башҡортостандан килгән һәр кемде ихлас ҡаршы ала, сараларҙы үҙҙәренең матур сығыштары менән биҙәй. Беҙ уның менән Мәскәүҙә күргәҙмәмде асҡан ваҡытта таныштыҡ һәм бик яҡын дуҫтарға әүерелдек. Ана, үҙе лә килеп етте, - тине ул кереп килеүсе һылыу ханымға ымлап.

Ысынлап та, ҡаршыма картиналағы ҡатын менән бер-береһенә тамсылай оҡшаш гүзәл зат килеп баҫты.

- Донъя мәшәҡәттәре буйынса ғына тыуған яҡтарға ҡайтҡайным. Салауатта Вера Фролованың күргәҙмәһе ойошторолоуын белеп ҡалдым, уның менән бәйәнешкә сыҡтым. Портретты бер йыл элек төшөргәйне, ә күргәҙмәлә үҙемде тәүгә күреүем. Рәссамдың ижад емештәре күңел нуры менән һуға-рылған. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы матур, сағыу итеп аса белә. Самауыр тотоп, ҡулымды алға һоноп тороуым да минең генә түгел, ә бөтә башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығын, асыҡлығын күрһәтә, - ти Гөлсинә Батыршина.

«Аҡ тирмә» - ҙур мегаполиста тыуған еренән меңдәрсә саҡрым алыҫта йәшәгән башҡорттарға мәҙәниәтен һаҡларға, дуҫтар табырға, яҡташтарға берләшергә ярҙам итеүсе үҙәк ул. Бындай күләмле эште алып барыуҙың еңелдән түгеллеген етәксе үҙе һөйләп бирҙе.

- Тәүҙә фольклор төркөмө итеп астым, бер йылдан үҙәккә әйләндереүгә ирештем. Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә дөйөм алғанда 12 мең башҡорт йәшәй. Уларҙың барыһын да туплау мөмкин түгел. Шулай ҙа үҙәккә йөрөүсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ алдынғы ҡарашлылар, дәртлеләр. Ҡаланың бер осонан икенсе осона барып йөрөү еңел булмағанлыҡтан, күберәк социаль селтәрҙәрҙә аралашабыҙ, төркөмөбөҙҙө булдырҙыҡ. Рәсәйҙең баш ҡалаһында бер ярҙамһыҙ арыу ғына ҡыйыу эштәр башланыҡ. 5 йыл эсендә үҙебеҙҙең йолаларыбыҙ барлыҡҡа килде. Мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы пропагандалау менән бер рәттән, Мәскәү халҡын бөйөк шәхестәребеҙ һәм батырҙарыбыҙ менән таныштырабыҙ. Салауат Юлаев-тың йыл һайын тыуған көнөн ҙур итеп билдәләйбеҙ, Зәки Вәлидигә бәйләп, Төркиәгә барып ҙур проект эшләнек. “Әруахтар” тигән клипты үҙ көсөбеҙ менән әҙерләп бар халыҡҡа еткерҙек.

Проблемалар ҙа юҡ түгел, шулай ҙа тап улар мине яңынан-яңы асыштарға, эштәргә этәрә. Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына ла саҡырыу алдыҡ әле,- ти Гөлсинә Алтын ҡыҙы.


Читайте нас: