Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март 2019, 11:25

Ым-ишара аша бик ҡыҙыҡлы тамаша

Пантомиманың нәмә икәнен беләһегеҙме? Берәүҙәр, йөҙҙәрҙе боҙоп, ауыҙ ҡыйшайтыу инде, тиер. Әммә был хата. Ым-ишара, боҙоҡ йәки шат сырай менән тамашаға мөхәббәт тарихын һөйләү ул. Уның өсөн ҙур оҫталыҡ кәрәк. “Салауат”тың бөгөнгө ҡунағы - ошо йүнәлеш буйынса эшләүсе, оҙаҡ йылдар пантомима театр-студияһын етәкләүсе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфинә Нәбиева.

- Әлфинә Шәйхи ҡыҙы, ҡыҫҡаса үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

- Салауат ҡалаһында тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән артистка булырға хыялландым. Шуға ла бала сағым әлеге көндә эшләгән “Нефтехимик” мәҙәниәт йортонда үтте. Бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм, музыка мәктәбендә лә шөғөлләндем.

- Һеҙ оҙаҡ йылдар “Пигмалион” пантомима халыҡ театр-студияһын етәкләйһегеҙ. Ә ни өсөн тап был йүнәлеште һайланығыҙ?

- Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында уҡып йөрөгән сағымда “Маска” пантомима театр-студияһында шөғөлләндем. Был йүнәлеш шул тиклем күңелемә үтеп инде. Ҡулыма диплом алыу менән тыуған ҡалама ҡайтып, “Пигмалион” студияһын асыуға ирештем.

- Студияла кемдәр һәм нимәгә өйрәнә ала?

- Ун өс йәштән алып һәр береһе өсөн ишектәребеҙ асыҡ. Бында актерлыҡ оҫталығынан тыш, һығылмалылыҡ өсөн физик күнегеүҙәр, акробатик трюктар, тренингтар үткәрелә. Беҙгә килгән һәр кемдең актерлыҡ һәләттәре асыла, үҙеңә ышанғанлыҡ барлыҡҡа килә .

- Утыҙ өс йыл дәүерендә студияның ирешкән уңыштары ла барҙыр...

- Ҡалала һәм республикала, хатта илдә үткән һәр сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Өфөлә “Талант ҡанаттарында” фестивалендә Гран-при, “Таланттар планетаһы”нда икенсе, Ханты-Манси автономия округында, Сочи һәм Томск ҡалаларында уҙған конкурстарҙа призлы урындар яуланыҡ.

- Актерлыҡ оҫталығын өйрәнә башлаусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Ихлас булырға һәм оялмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ һәләтеңде асыу өсөн түҙемлек һәм тырышлыҡ талап ителә.

1 апрель – Көлкө көнөнә бик матур, ҡыҙыҡлы тамаша әҙерләйбеҙ. Салауаттарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын көтөп ҡалабыҙ.


Читайте нас: