Флүрә Ниғмәтуллина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
- Зәкиә апайҙың фотоальбомын барлап ултырам да, уйҙарым менән үткәндәргә, йәшлек йылдарына ҡайтам. Оло быуын артистары араһында бер үҙем йәш актриса инем. Ибраһим ағай Әхмәров театр директоры булып эшләй. Үҙҙәренең өс балаһы булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм ятаҡҡа урынлашҡансы мине йорттарына алып ҡайттылар. Ғөмүмән, улар һәр йәш актерҙы шулай үҙ ҡанаты аҫтына алды. Дуҫлығыбыҙ ҙа ана шул ваҡыттан алып башланды ла, ғүмерлеккә өҙөлмәне. Зәкиә Абдулла ҡыҙы иҫ киткес изге күңелле, кешелекле, оло йөрәкле ине. Театрҙағы һәр кем өсөн янып-көйҙө, ҡайғы-шатлыҡтарҙы ихлас уртаҡлашты. Үҙе ҡыҙыҡ кеше булды, кәрәк ерҙә көлдөртөп, шаяртып ала. Эске күңеле бай, үҙе ҡунаҡсыл ине. Демонстрациянан һуң барыбыҙҙы ла өйөнә сәй эсергә алып ҡайта.
Мине үҙ балаһылай күрҙе. Дөйөм ятаҡҡа күскәс тә, һәр ваҡыт көттө. Аҙ ғына килмәй торһам: «Флүрә ҡайҙа икән, бөгөн кереп сығам, тигәйне. Әсе ҡоймаҡ ярата, ашап китер ине исмаһам», - тип борсолдо. Уны ҡотҡарыусым, тип хаҡлы рәүештә әйтә алам. Быға бер ваҡиға дәлил. Стәрлебаш яғына спектакль менән барҙыҡ. Күҙ асҡыһыҙ буран. Ҡайтышлай машинабыҙ ватылды. Арала иң йәше, иң өшөмтәле мин. Ҡайҙандыр арбалы трактор ебәрҙеләр. Бөтәбеҙҙе лә шунда тейәп алып ҡайтып киттеләр. Ныҡ өшөгәйнем, аяҡ-ҡулдарым эшләмәй, бер ни тоймай. Ҡайтып еткәс, Зәкиә апай: «Һине дөйөм ятаҡта бер кем дә көтөп тормай. Беҙгә бараһың», - тип өйҙәренә алып ҡайтты. Тәнемде ыуып, ниндәйҙер дарыуҙар эсереп үлемдән ҡотҡарҙы. Күп кенә спектаклдәрҙә бергә уйнаныҡ. Оло быуын актерҙарынан ул иң яратҡан кешем ине.
Гөлшат Зыязетдинова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
- Әсәйемде бер ваҡытта ла иҫтән сығарған юҡ. Берәй хәл була ҡалһа, әсәйем ни әйтер ине икән, тип йыш уйланам. Ролдәре лә бөгөнгөләй күҙ алдымда. Гастролдәргә бергәләп сығып китер инек. Актерҙар донъяһында тыуып үҫеүем дә мине театр юлынан китергә мәжбүр иткәндер. Әсәйем бик тырыш булды, өйҙә лә, эштә лә өлгөрҙө. Ул - һуғыш йылдарында сыныҡҡан актриса. Әҫәрҙәрҙе сәхнәлә тормошсан итеп уйнанылар. Күптәренә уҡыу ҙа эләкмәгән. Әсәйем дә өс курсты уҡып өлгөргән, дүртенсеһен бөтөрә алмаған - һуғыш башланған. Һуңынан белешмә менән эшкә килгән. Ә мине уҡытыусыларым яңы ысулдар, алымдар менән эшләргә өйрәтте. Шуға беҙҙең ҡараштар айырылыр ине. Әммә бер ваҡытта ла уның менән килешмәүемде белдермәнем, хафаға һалманым. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, театрға килеп спектаклдәрҙе беренсе рәткә ултырып ҡараны. Мине тыуҙырғас, декрет ялына ла китмәгән. Бер актриса ауырығас, мине, 18 көнлөк сабыйын алып гастролгә сыҡҡан. Спектакль бөткәнсе мейес башында бер ҙә уянмай йоҡлағанмын. Актрисалар: «Был сабый тереме икән ул?» - тип аптырап ҡуйғандар. Әсәйемә ҡамасауламайым, тигәнмендер инде. (Гөлшат Ибраһим ҡыҙы күҙ йәштәрен һөрткөләп ҡуйҙы).
Рөстәм Фазылов, театрҙың ижади коллективына идара итеүсе:
- Мин театрға килгәндә Зәкиә апай хаҡлы ялда ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт беҙҙең менән булды. Бөтә ғүмерен театрға бағышлағас, ғүмер аҙағынаса шунан айырылманы. Килһә, барыһын да ярата, ҡосаҡлай, эшебеҙ менән ҡыҙыҡһына. Ауырып киткәс, үҙебеҙ янына барып йөрөнөк. Ул ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр тураһында һөйләр ине. Театр тарихына бәйле бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ. Һуғыш башланғас, бөтә ир-егеттәр яуға алына. Тороп ҡалған ете ҡыҙ, ете актриса театр ябылмаһын өсөн бар көсөн һала. Ул ваҡытта транспорт юҡ, ҡайҙа үгеҙ, ҡайҙа үҙҙәре егелеп гастролдәргә йөрөйҙәр, декорацияларҙы ла шулай ташыйҙар. Бер мәл, спектакль менән китеп барғанда Зәкиә апайҙың ике айлыҡ сабыйы һалҡын тейҙереп вафат булып ҡала. «Ул ваҡытта беҙ халыҡтың дәртен күтәрергә, Еңеүгә өмөтөн көсәйтергә тейеш инек. Сабыйғынамды Маҡар ауылында ерләнек тә, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. Комедия уйнарға тейеш инек. Сәхнәлә тамашасы күңелен күрәм, көләм, шаршау артына сыҡҡас үкереп илайым», - тип һөйләне беҙгә Зәкиә апай. Уйлайым-уйлайым да, бөгөнгө заман кешеләре ошондай батырлыҡты эшләй алыр инеме икән? Һуғыш ваҡытында күп театрҙар ябылды. Тап ошо ҡыҙҙар театр һүнмәһен, йәшәһен тип тырышҡан. Зәкиә апай менән Ибраһим ағайҙың эштәрен ҡыҙҙары Гөлшат апай менән кейәүҙәре Рим ағай дауам итте. Ундай династиялар бик һирәк була. Дүртеһенә 100 йылдан артыҡ хеҙмәт стажы. Театрҙың 80 йыллығына театр эргәһендә ошо ете ҡыҙ иҫтәлегенә ҙур булмаған таҡтаташ астыҡ, «Ете ҡыҙ» спектаклен әҙерләнек. Зәкиә апай ете ҡыҙ араһынан иң һуңғыһы булып ташлап китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, премьераға етә алманы. Әгәр күрә алһа, бик ҡыуаныр ине. Ветерандарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.