газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2019, 10:56

Ҡумыҙ моңо яңғырар ҡалабыҙҙа

Телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары аша Миңлеғәфүр Зәйнетдинов атлы ир уҙаманын күптәрегеҙ белә. Башҡорт дәүләт филормонияһының “Риүәйәт” фольклор төркөмөндә эшләп, өс бала атаһы булыуына ҡарамаҫтан, ул халыҡ-ара, төбәк фестивалдәрҙә лә ҡатнашып, лауреат исемдәре алып ҡайта, “ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы. Цивилизациялар диалогы” ижади маршруты менән эштәр башҡара, Парижда ла була. Башҡортостаныбыҙҙың әле бер, әле икенсе төбәгендә ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, халыҡ араһында талантлы ҡумыҙсылар үҫтерә.

- Салауат ҡалаһына килеп беҙгә лә, ағинәйҙәргә, ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен төшөндөрөгөҙ әле, - тип һораным шылтыратып Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан, беҙҙең яҡҡа бер ҙә юлы төшөрҙәй булмағас.

Итәғәтле, тырыш, илем, хал-ҡым, тип янып-көйөп йөрөгән, башҡорт моңон, башҡорт данын донъя кимәлендә танытҡан мәш-һүр талант эйәһе үтенесемде кире ҡаҡманы. Республиканың “Ғаилә йылы”на арналған “Өлгө ал” конкурсында Гран-приға лайыҡ булып, бүләккә алған “тимер ат”ына атланып килеп тә төштө. Салауат халҡын яҡын күрә ул: бер түгел ике китапханала ҡумыҙ серҙәрен өйрәтте. Ҡумыҙ-ҙарҙың һәр төрлөһөндә уйнап күрһәтте. Ҡош тауыштарын, йәнлек ауаздарын да ишеттерҙе. Иҫтәлеккә көйҙәре тупланған “Яңғыра, ҡумыҙ” дискын бүләк итте. Ҡайҙарҙа кемдәр менән осрашҡандарын теркәп барған ҡалын дәфтәренә рәхмәттәр яҙып, изге юлдар теләп йылы хушлаштыҡ.

Беҙ, ағинәйҙәр, бер иш ауазлы ҡумыҙҙар һатып алып, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралында уйнау серҙәренә ныҡлап төшөнөргә тырышабыҙ. Хәҙер беҙҙең сафтар тығыҙайҙы, ҡалабыҙҙа талантлы, ихлас ханымдар күп икән.

Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөн Туған тел көнөнә арнаныҡ. “Сатҡылар” түңәрәге ағзалары, Юлдаш ауылы ағинәйҙәре менән берлектә Р.Ғарипов, М.Кәрим, Р.Бикбаев һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыныҡ. Флүрә апай Хәзиева һөйләгән шиғырҙар барыбыҙға ла хуш килде. Рәйсә апай Иҙрисова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Телде өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу мәсьәлә-ләрен дә күтәрҙек. 2018 йылдың 26 октябрендә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә “Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Ул нисек ғәмәлгә ашырыла икән, тип тә фекер алыштыҡ.

Ҡарарҙар яҙылыр, бойо-роҡтар бирелер, ә шулай ҙа беҙгә үҙебеҙгә, һәр милләт вәкиленә, телебеҙҙең сафлығын, милләтебеҙҙең аҡлығын һаҡ-лап ҡалып, балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, бүлә-бүләсәләребеҙгә мираҫ итеп ҡалдырыу зарур, тип һөйләштек.


Читайте нас: