Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2019, 12:09

Һәр биҙәктә - күңел зауығы

Элек ҡыҙҙар кис ултырып төрлө оҫталыҡҡа өйрәнгән. Хәҙер был һирәк күренеш. Әммә бөгөн дә күп кенә гүзәл заттарыбыҙ бәйләм бәйләй, сигеүҙәр сигә. Оҫта ҡуллы һәм тынғыһыҙ ханым Ғәлиә Сәлихова тураһында һүҙем. Уның милли орнаменттар менән сигелгән зауыҡлы салфеткалары, диванға йәйелгән япмалары, бәйләнгән сәскәләре, салфеткалары өйөнә йәм генә өҫтәй.

Әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, Ғәлиә апай бәләкәй сағынан уҡ әсәһенән төрлө ҡул эштәре серҙәренә өйрәнә. Салауат ҡалаһында оҙаҡ йылдар штукатур-буяусы, хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләгәндә лә, яратҡан шөғөлө уның тормошона йәм өҫтәп, ғүмер юлында оҙатып йөрөй.

- Ҡул эштә-ре тыныслан-дыра, көс-дәрт бирә. Миңә һәр ваҡыт нимәлер эшләргә, ижад итергә кәрәк, - ти ханым.

Ғәлиә апайҙың бәйләгән әйбер-ҙәре һанап бөткөһөҙ: коф-талар, шәлдәр, гамаш, шапка-шарфтар, бейәләй-перчаткалар, салфетка-япма-лар, сәскәләр һәм башҡалар. Ул һәр саҡ тик сағыу төҫтәрҙе генә ҡуллана. Күңел һалып эшләнгән ҡул эштәрен яҡындарына, әхирәттәренә бүләк итеп бирә. Оҫта ханым ошо көндәрҙә күптәнге хыялын тормошҡа ашырған. Үҙ ҡулдары менән башҡорт милли биҙәүесе - һаҡалды ижад иткән.

Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең тыуған ауылы Айыусыға күсенеп ҡайта. Унда «Юрматы» халыҡ фольклор ансамбленә йөрөй, концерт-конкурстарҙа сығыш яһай. Ҡырҡ биш йыл йәшәгән ҡалаһында үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Өләсәйҙәр байрамында бер юлы ике номинацияла еңеүсе тип табыла. Шулай уҡ «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» II Башҡорт халыҡ-тарихи йырҙарының төбәк фестивалендә диплом менән бүләкләнә. Бынан тыш, бассейнға йөрөргә, сканворд сисергә, төрлө илдәргә сәйәхәт ҡылырға ярата. Йәй уның баҡсаһы емеш-еләккә, йәшелсәгә, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелә.

Ғәлиә Сәлихованың ике улы күҙле-башлы булып, һәр кемеһе үҙ ғаиләһе менән донъя көтә.

Үҙ ҡулдары менән гүзәллек тыуҙырған Ғәлиә Рәшит ҡыҙының күңеле лә, эштәре лә матур. Күркәм биҙәктәрҙә йөрәк йылыһы сағылған матур йорттан кәйефем күтәрелеп, һоҡланып сыҡтым.


Читайте нас: