газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2019, 10:39

Йәшел төҫ! Тимәк, үтергә ярай!

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының йылдан-йыл артыуы йәмғиәтте хафаға һала. Проблеманы хәл итеү өсөн төрлө саралар уҙғарыла, тәҡдимдәр индерелә. Ҡаланың китапхана селтәрҙәре лә дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ғаилә китапханаһының 1-се филиалында «Юл билдәләре донъяһында» исемле проект старт алды.

Сараға хәүефһеҙ юл хәрәкәтен пропагандалау буйынса инспектор Светлана Потапенко, үҙәкләш-терелгән китапханалар селтәре методистары, 22-се мәктәптең уҡыусылары саҡырылғайны.

- Бөгөн башланған проектты йыл дауамында бойомға ашырырға планлаштырабыҙ. Юл ҡағиҙәләрен белмәү, уларҙы инҡар итеү һәләкәткә алып килә лә инде. Белемдәрҙе нығытыу, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау фажиғәләр һанын кәметергә булышлыҡ итер, тип уйлайым, - ти үҙәк китапхана методисы Евгения Поворотова.

Проект тураһында ентеклерәк белешер өсөн уның авторы, китапханасы Артур Таһировҡа мөрәжәғәт итәм.

- Тәүҙә мин юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең электрон экзаменаторын уйлап таптым. Уны «Салауат ихатаһы» конкурсында, паркта уҙғарылған сараларҙа ҡулландым. Балаларҙа ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Етәкселек бәләкәй идеямды киңәйтергә, ҙурыраҡ кимәлгә сығарырға тәҡдим итте. Һуңғараҡ нур-диодлы светофор эшләнем. Уларҙы ошондай сараларҙа файҙаланасаҡмын. Практик дәрестәр өсөн автоклуб етәкселеге хатта пульт аша идара ителеүсе машиналар бирергә вәғәҙә итте. Фекерҙәштәребеҙ күп, - ти китапхана хеҙмәткәре.

Уҡыусылар юл хәрәкәтенә ҡағылышлы һорауҙарға кем уҙарҙан яуап бирҙе, белемдәрен күрһәтте. Ике командаға бүленеп ярыштылар ҙа. Самокатты машина урынына файҙаланып, юлда дөрөҫ йөрөргә өйрәнделәр. Ҡаланың балалар-үҫмерҙәр техник ижад үҙәгенең «Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары» командаһы фәһемле итеп сығыш яһаны. Инспектор Светлана Потапенко балалар менән ихлас аралашты, төрлө һорауҙар биреп белемдәрен һынаны. Һәр береһенә ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар, иҫкәртмәләр таратты.


Читайте нас: