газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2019, 10:37

Трамвайҙа тулы тамаша

Үткән аҙна трамвай идаралығы менән Салауат башҡорт дәүләт драма театры берлектә «Театраль трамвай»ҙы сәйәхәткә сығарҙы.

Трамвай эсенә ингән кеше-ләр тәүҙә аптырап ҡалды: йыр-моң, уйын-көлкө, сағыу костюм-дарҙағы артистар... Эштең ниҙә икәнлегенә төшөнгәс, йөҙҙәренә йылмайыу йүгерҙе. Сарала беҙҙең ҡала кешеләре генә түгел, ә күршеләребеҙ ҙә ихлас ҡатнашты. Ишембайҙан Галина исемле ҡатын бөтә ғаиләһе менән килгән. Улар машиналарын ҡалдырып, тәүге туҡталыштан уҡ тиерлек трамвайға инеп «ҡунаҡланы».

- «Театраль трамвай» йө-рөйәсәген ҡайҙан ишеттегеҙ?» - тим.

- Был турала социаль сел-тәрҙә урынлаштырылған иғлан-дарҙан белдек. «Театраль трам-вай» ниндәй була икән ул тип, ҡыҙыҡһынып килдек. Беҙгә бик оҡшай, ойоштороусылар хәтәр шәп идея менән сыҡҡан. Театр артистары шул тиклем күңелле тамаша әҙерләгән. Афарин! - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты гүзәл ханым.

Сәйәхәткә Трамвай идара-лығынан ҡуҙғалып, «Газпром нефтехим Салауат»ҡа тиклем барып етеп, кире әйләндек. Театр артистары һәр ингән пассажирҙы ихлас сәләмләне, күңелһеҙләнеп ултырырға ирек бирмәне. Театрға, трамвай идаралығына арналған ҡыҙыҡлы викториналар уҙғарылды, йомаҡтар ҡойолдо. Иң күп һәм дөрөҫ яуап биреүселәр спектаклдәргә билеттар отто, башҡа приздар ҙа таратылды. Күрше ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән ҡайтып китмәне. Улар балалар спектакленә саҡырыу алып ҡыуанды.

Киләсәктә ғәҙәти булмаған трамвайҙарҙың даими йөрөүе күҙаллана.

- Бөгөнгө сараны һынау проекты тип әйтергә мөмкин. Ул 1,5 сәғәткә иҫәпләнгән. Ә киләсәктә ял көндәрендә дүрт сәғәтлек программа итеп әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Ни тиһәң дә, шәмбе, йәкшәмбе кеше күберәк йөрөй бит. Китапхана, музей хеҙмәткәрҙәренең йәлеп ителеүе көтөлә. Улар үҙҙәренең эше тураһында һөйләр, процукцияларын тәҡдим итер. Был халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙың бер төрө булып тора. Үҙегеҙ шаһит, сара халыҡҡа шул тиклем оҡшай, йөҙҙәренән шатлыҡ һибелә, - тип һөйләй предприятие директоры Эдуард Мирасов.

Эш көнө булғанға, тәүҙә кеше бик күп түгел ине. Һуңынан яйлап артты. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенән ҡайтыу яғына ыңғайлағанда концерт программаһы тамамланғайны тиерлек. Комбинаттан эштән ҡайтыусы апай-ағайҙарҙың быға бер аҙ кәйефе төштө, сараны эш ваҡытына тәғәйенләүҙәренә үпкәләп тә ҡуйҙылар. Әммә тиҙҙән бындай трамвайҙың ял көндәрендә сығыуын ишеткәс, унда мотлаҡ ҡатнашасаҡтарын белдерҙеләр.

Минеңсә, был ике яҡ өсөн дә отошло проект булды. Беренсенән, трамвай үҙенә пассажирҙарҙы ылыҡтырһа, икенсенән театр ҡала халҡын үҙ репертуары менән таныштыра алды. Эленгән афишаларҙан ниндәй спектаклдең ҡасан, нисәлә булыуы асыҡ күренә ине, буклеттар ҙа таратылды.


Читайте нас: