Репетицияларҙың ҡыҙған мәле булһа ла, режиссер беҙҙең менән әңгәмәләшеп алырға бер аҙ ваҡыт тапты.
- Илнур Биктимер улы, үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтегеҙсе.
- Мин артистар мөхитендә тыуып үҫкән кешемен. Атайым Биктимер Муллабаев - артист, әсәйем Ләлә Муллабаева йырсы. Атайымдың уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасимова атайың талантлы кеше ине, һин дә һәләтле булырға оҡшағанһың, тип ҡолағымдан һөйрәп уҡырға керетте (йылмая). Уның «Нур» театрына эксперименталь курс алған мәле ине, шунда уҡыным. Өсөнсө курста академда артист булып эшләй башланым. Унда биш йыл ғүмер үтте. Әммә һәр ваҡыт күңелгә ниҙер етмәгәнен һиҙҙем. Яңы асыштар, эҙләнеүҙәр етмәй ине миңә. Һәм шым ғына режиссерлыҡҡа әҙерләнә башланым.
- Был өлкәгә килеп эләгеүегеҙ нисегерәк булды?
- 1998 йыл. Гастролдә инем. Министрлыҡтан: «Илнур, һинең режиссерлыҡҡа инеү теләгең бар ине, ахыры. Йәһәт кенә ҡайтып етергә кәрәк», - тип шылтыраталар. Мине икенсе артист алыштырып, спектаклде ҡалдырып һыҙҙым Өфөгә. Имти-хандарҙы тапшырып, ГИТИС-ҡа режиссураға инеп киттем.
- Тәүге эшегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
- Әлбиттә. Ул диплом алды спектакле ине. Илшат Йомағоловтың «Тишек тире» әкиәтен Сибайҙың «Сулпан» балалар театрында ҡуйҙым. Һәйбәт килеп сыҡты. Диплом эшенә Милли йәштәр театрында Эдмон Ростандың «Романтиктар» пьесаһын тәҡдим иттем. Театрҙа эшкә ҡалдым да ҡуйҙым. Кәләшем менән дә шунда табышып-ҡауыштыҡ.
- Әйтеүегеҙсә, 2017 йылдан һеҙ Туймазы театрының баш режиссеры. Ул яҡтарға ниндәй елдәр ташланы?
- Уңышлы артист Фирҙәт Ғәбиҙуллин менән параллель класта уҡыныҡ, бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Ул мине саҡырҙы.
- Салауат театрындағы эшегеҙ тәүгеме? Саҡырыуҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
- Дөрөҫөн әйткәндә, йорттан ситкә китеп эшләргә яратмайым. Шулай булһа ла, театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың саҡырыуын йылы ҡабул иттем. Сөнки артистарҙың күбеһе менән бер тирә уҡыныҡ, бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Ғөмүмән, ҡала минең өсөн сит түгел. Элек фестиваль-конкурстарға, премьераларға йыш ҡына килә инек. Бындағы мөхиттә йылылыҡ, ябайлыҡ һиҙелә.
- Тиҙҙән Антон Финктың (псевдоним) «Голубцы» премьераһын сәхнәгә сығарасаҡһығыҙ. Әле ул ниндәй этапта?
- Сөпрә һалыу стадияһында (көлә). Эшкә тотоноуыбыҙға ике-өс аҙна тирәһе генә.
- Ни өсөн спектакль «Иғлан буйынса голубцы» тип атала?
- Уныһын әйтмәйем, сер булып ҡалһын.
- Спектаклдә нимә тураһында һүҙ бара?
- Артығын һөйләмәйем, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Шуны ғына әйтәм. Һүҙ әлеге көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың бе-реһе - ғаиләләге үҙ-ара мөнәсә-бәттәр хаҡында бара. Иренең мәғәнәһеҙ ҡылыҡтарынан тамам арыған ҡатыны, иремде яҡшы, мәрхәмәтле ҡулдарға бирәм, тип иғлан яҙырға мәжбүр була. Ә бына иғлан буйынса шылтыратыусылар табылған-мы-юҡмы, ирҙең артабанғы яҙмышы ниндәй боролош алыуы хаҡында театрға үҙегеҙ килеп ҡарағас белерһегеҙ.
- Салауат тамашасыһының талаптарын беләһегеҙме? Уларҙың күңелен күрә алырбыҙ, тип уйлайһығыҙмы?
- Беләм, бик яҡшы беләм. Салауаттар сәхнәлә барған күренеште шул тиклем ихлас, йылы ҡабул итә. Бер үк ваҡытта талапсандар ҙа. Ниндәйҙер мөғжизә, яңылыҡ көтәләр. Премьераға килгәндә, ул йығы-лып ятып көлөрлөк, ҡайтып күршеләренә һөйләрлек, таныш-тарына шылтыратып әйтерлек булыр, тип ышанабыҙ. Комедия тигәс тә, нигеҙендә тормоштоң ысын мәғәнәһе сағыла.
- Артистарҙы нисек һайлап алдығыҙ?
- Әлбиттә, бында баш ре-жиссер менән кәңәшләшеп эшләнек. Ни тиһәң дә, ул һәр береһенең холоҡ-фиғелен, һәләтен яҡшы төҫмөрләй. Яйлап артистарҙың төрлө ҡыҙыҡлы, яңы яҡтары ла асылды.
- Ролдәрҙе кемдәр башҡара?
- Спектаклдә Башҡортостан-дың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, атҡаҙанған артистар Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, йәш актерҙар Рафаэль Ғәйнуллин, Радик Ғәлиуллин уйнаясаҡ.
- Премьера ҡасанға планлаштырылған?
- Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙары-быҙға иҫ киткес шәп бүләк яһамаҡсы булып, уны 7 мартҡа тәғәйенләнек.
- Эш барышында ҡыйынлыҡтар тыумаймы?
- Мин, ғөмүмән, юҡ-барға зарлана торған кеше түгелмен. Яратып эшләгән эшең булһа, бер ауырлыҡ та һиҙелмәй ул.