газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2019, 11:11

Саҡмағош ҡыҙы, Ҡырмыҫҡалы килене, Салауатта - ғүмере

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисткаһы Зөһрә Әминева бөгөн 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Саҡмағоштан төшкән килен Салауатта саҡматаштай бата. Уның ошонда килеп төпләнеүенә 45 йылдан ашыу.

Ул бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә үҫә. Һуғыштан ҡайтҡан атаһы ауыл советы рәйесе булып эшләй. Юморға бай, моңло тауышлы була үҙе. Балаларында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Каникулдар ваҡытында йылына ике тапҡыр мотлаҡ Өфө театрына алып бара. Татарстандың Әлмәт театры ла ауылдарына йыш килә. Шул ваҡытта уҡ ҡыҙ артистарға һоҡланып ҡарап: «Их, нисек матур итеп уйнайҙар. Мин шулай булдыра алыр инемме икән?» - тип уйлап ҡуя. Бәләкәйҙән ауылындағы мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәктәргә йө-рөй. Телевизорҙан да сәхнә йондоҙҙарының сығышын йотлоғоп ҡарай.

- Бәләкәйерәк саҡта телевизор-маҙар юҡ ине әле. Концерттарҙы радионан ғына тыңлайбыҙ. Фәриҙә Ҡудашеваның сылтырап аҡҡан моңло тауышы күптәрҙе әсир итер ине. Бер аҙҙан телевизорлы булдыҡ. Шунда мин йырсыны тәү тапҡыр телевизорҙан күрҙем. Йырлауы һуң, йырлауы! Ә күлдәгенең матурлығы! Уны бер тапҡыр ғына тотоп ҡараһаң ине, тигән хыял менән яна торғайным. Иҫемдә, бер йылды атайым, рәйес булараҡ, Һабантуйға Фәриҙә апайҙы саҡырҙы. Атайымдан үҙе менән алып барыуын ялбарып-үтенеп һорайым. Теге хыялды һаман күңелемдә йөрөтәм бит. Һүҙемде йыҡманы. Рәхмәт әйтергә сәхнәгә менгәндә мине лә етәкләп алды. Барҙым да, ипләп кенә йырсының күлдәгенән һыйпайым. Сәхнә һандуғасы мине ныҡ итеп ҡосаҡланы ла: «Атаҡ, һеңлем, ниңә улай ҡыймай ғына тораһың. Яҡыныраҡ кил», - тип яратып ҡуйҙы үҙемде. Шул мәлдә минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр, - тип яҡты хәтирәләргә байҡау яһаны Зөһрә апай.

Ҡыҙ район кимәлендә үткән смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Бейеү түңәрәгенән дә ҡалмай. 9-сы класта уҡығанда Кишеневҡа фестивалгә барып, 2-се урын алып ҡайталар. Был уға тағы ла нығыраҡ ҡанат ҡуя, алдағы тормошон сәнғәт менән бәйләргә ҡарар итә. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Урта мәктәпте тамамлағас, Октябрьскийға медицина училищеһына уҡырға инә. Тик тормош уны һынауын дауам итә. Унда бер генә йыл белем алып өлгөрә, ғаилә шарттары уны уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр итә. Аптырап ҡалмай ҡыҙ, күрше ауылдың клуб мөдире булып эшләй башлай. Үҙҙәре спектаклдәр ҡуялар, концерттар ойошторалар. Ситтән дә артистар өҙөлмәй. Бер мәл Салауат театры уларға «Ашҡаҙар» спектакле менән килә. Театрҙа эшләп йөрөгән йәш актер Рим Әминев шул ваҡытта уға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа ҡаршы килмәй. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигәндәй, егет Зөһрәне кәләш итеп алып та ҡайтып китә. Тыуған яғы Ҡырмыҫҡалыға килен булып төшөрә лә, һөйгән йәрен үҙе йәшәгән Салауатҡа килтерә. Шул ваҡиғаларға 45 йылдан ашыу ваҡыт уҙған.

Театрға бухгалтер-кассир итеп урынлашҡан йәш ҡыҙ, кистәрен эше бөтөү менән репетицияларҙы ҡарарға әүәҫләнеп ала.

- Эй, артистарҙың уйнағанына бик һоҡлана инем. Бер шулай, тамаша залында репетиция ҡарап ултырһам, режиссер Вәзих ағай Сәйфуллин: «Кил әле, кил, ниңә бер мөйөштә ҡурҡып ултыраһың?» - тип, мине үҙ янына саҡырып алды. Иртәгә «Ҡыйыу ҡыҙҙар»ҙы уйнайбыҙ, беҙҙең янға керерһең, тине. Ул миңә шундай ышаныс белдереп бәләкәй генә бер роль тапшырҙы. Сәхнәгә тәүгә аяҡ баҫыуым шулай килеп сыҡты, - ти Зөһрә Низаметдин ҡыҙы.

Яйлап ҙурыраҡ, һуңғараҡ төп ролдәр бирә башлайҙар. Зөһрә апайҙың үҙе әйтеүенсә, иң беренсе, яратып уйнаған төп роле - «Зәңгәр юлдар» спектаклендәге Фаягөл. Ты-рыш хеҙмәте өсөн 1993 йыл-да «Башҡортостандың атҡа-ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Уйнаған ролдәрегеҙҙең иҫәбен төҫмөрләйһегеҙме, тим. Белгәнем генә 60-лап, тип яуаплай актриса. Ул утыҙ йылдан ашыу грим һалыусы булып та эшләй.

Зөһрә Әминева сәхнә нескәлектәренә өйрәтеп, кәңәштәрен ихлас биргән остаздарына бик рәхмәтле:

- Артистар ул ваҡытта шул тиклем татыу, берҙәм ине. Улар йәштәрҙе ҡурсалап, үҙ ҡанаттары аҫтына алырға ғына торҙо. Был йәһәттән миңә лә бәхет йылмайҙы. Мәҫәлән, Мөнирә Занинаның, Рим Баяновтың, Хәлит Усмановтың биргән кәңәштәрен оноторлоҡ түгел. Зәкиә Әхмәрова ла шул тиклем нескә күңелле, ярҙамсыл кеше булды. Иңбашыма ипләп кенә ҡағылыр ҙа: «Ҡыҙым, сәхнәгә сыҡҡанда өйҙә булған проблемаларыңды сәхнә артында ҡалдыр. Образды тамашасыға дөрөҫ итеп еткерергә тейешһең», - тиер ине.

Зөһрә Низаметдин ҡыҙы тормош иптәше Рим Фәй-зрахман улы менән матур ғүмер кисереп, ике балаға - Дамир менән Розаға ғүмер бирәләр. Бер өлкә кешеләре булыуына актриса бик ҡәнәғәт.

- Икебеҙҙең дә театрҙа эшләүебеҙ ауырлыҡтар кил-термәне. Киреһенсә, фекер-ҙәребеҙ, маҡсаттарыбыҙ уртаҡ. Эштә лә, өйҙә лә бер нәмә тураһында һөйләшәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, энә менән еп шикеллебеҙ. Энә ҡайҙа бара, еп тә шунда бара, - тине ул йылмайып.

Һуңғы һорауымды бирәм: «Салауат театры һеҙҙең өсөн нимә ул?» - тим. Актриса был һорауҙан һуң күҙ йәштәрен тыя, тулҡынланыуын йәшерә алманы.

- Минең өсөн ул әсәй ҙә, атай ҙа, серҙәш тә, дуҫ та булды. Кисергән шатлыҡтарым да, баштан үткән ҡайғыларым да ошонда. Тормош юлымда шундай ихтирамлы, иғ-тибарлы хеҙмәттәштәрем менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, - тип һүҙен тамамланы.

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, актриса яратҡан эшен ташламай. Бөгөн дә үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләгән көндә «Гөлкәйҙең бәхете» тигән спектаклдә Мөнирә ролен уйнай.


Читайте нас: