газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2018, 15:13

Торна булып сыңрар ил

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек дәррәү бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Респуб-ликаһының 100 йыллығын билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы менән, төбәктә һиҙелерлек эштәр башҡарылды.

«Башҡортостандың ете мөғжизәһе» проектында еңгән ете объект республикабыҙ данын бөтә илгә тарата. Ҡаланың «Мираҫ» тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында уҙған сарала һүҙ ошо турала барҙы.

- Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан уның йөҙөк ҡашы булырҙай объекттарына иғтибар бүлмәһәк, яҙыҡ булыр ине, моғайын. Бөгөнгө сараға тормош тәжрибәһе ҙур булған апай-ағайҙар ҙа, илһөйәрлек тойғоһо уятыу маҡсатында йәштәр ҙә саҡырылды. Киләсәк бит тап улар ҡулында, - тип һөйләй китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде, башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы, моңдашы булған ҡурайҙы, быуындан-быуынға тапшырылған бай хазина - «Урал батыр» эпосын, Шүлгәнташ мәмерйәһен, данлыҡлы башҡорт балын, Янғантауҙы, Красноусол минераль сығанаҡтарын бел-мәгән кеше, ай-һай, бик һирәктер. Исемлеккә ингән ете объекттың ысынлап та мөғжизә булыуын сарала ҡатнашыусылар үҙ миҫалында дәлилләй алды.

Өҫтәлгә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Мәзит Әминевтың балы ҡуйылған, Красноусол һыуы ла табындан урын алған.

- Башҡорт балын Башҡор-тостандың ете мөғжизәһенә юҡҡа ғына индермәгәндәр. Сөнки ул иң сифатлыһы, иң яҡшыһы. Башҡаларҙан айырмалы, беҙҙең тәбиғәт уникаль. Сәскәләрҙең, үҫемлектәрҙең ниндәй генә төрө юҡ! Шуға ла башҡорт балы файҙалы. Йылдың ете айын мин бал ҡорттары менән уҙғарам. Әле ҡышын ял итәм. Әммә үҙҙәрен һағынып та өлгөрҙөм. Улар шул тиклем егәрле, таҙалыҡты һәм тәртипте ярата, - тине Мәзит Сәхиулла улы.

Башҡорт халҡының брендына әйләнгән ҡурай тарихы хаҡында Ишембай ҡунағы, йырсы, ҡурайсы, халыҡ инструменттары ансамбле етәксеһе Әнүәр Ниғмәтуллин һөйләне. Һыҙҙырып ҡурайҙа ла уйнап күрһәтте, «Таштуғай»ҙы ла һуҙҙы. «Урал батыр» эпосынан өҙөктө 25-се башҡорт гимназия-һы уҡыусыһы Байрас Ишем-ғолов тамашасыларға тасуири ятлап ишеттерҙе. Етәксеһе Эльмира Ларионованың быға тырышлыҡ һалыуы бик ныҡ һиҙелә. Сығыштар китапхананың «Көмөш тәңкә» әҙәби-фольклор түңәрәгенең, гармунсы Самбулат Рахманғоловтың дәртле сығыш-тары менән үрелеп барҙы. Флүрә Хәзиеваның «яңы табанан төшкән» «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» шиғыры сараны йомғаҡланы.


Читайте нас: