Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2018, 15:17

Эй, данлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай!

Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 5-се асыҡ ҡурайсылар конкурсы тамамланды.

Ижади бәйге, башҡорт халҡының мәҙәни, рухи мираҫын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур көс һалған күренекле ҡурайсының яҡты иҫтәлеген мәңгеләш-тереү маҡсатында, 5-се тапҡыр уҙғарылды. Һөҙөм-тәлә, Гран-при Өфөнән ҡурайсы Юнир Һағын-баевҡа тапшырылды. Ә беҙҙең ҡаланан Спиваков исемендәге музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Айрат Темиров үҙ йәш катего-рияһында I дәрә-жәле дипломға лайыҡ булды.

Конкурста Башҡортос-тандан тыш, Магнитогорск ҡалаһынан моң һөйөүселәр үҙ көсөн һынай. Айрат 12 йәшкә тиклемге кесе төркөмдә сығыш яһай. Унда үҙе кеүек 50-ләп бала ҡатнаша. Бындай дәрәжәле урынды алыу ҡурайсыға еңелдән булмағандыр. Был турала үҙенән һораштыҡ.

- Тулҡынланыуын бер аҙ тулҡынландым. Әммә үҙемде лайыҡлы тоторға тырыштым. Конкурсҡа мине талантлы уҡытыусым, атайым Вәсил Темиров әҙерләне. Ул дөрөҫ, матур итеп уйнарға өйрәтә. Киләсәккә маҡсатым - Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Биксурин, Азат Айыт-ҡолов кеүек данлыҡлы ҡурайсылар кеүек булыу. Атайымдың йөҙөнә ҡыҙыл-лыҡ килтермәҫкә тыры-шырмын,- ти ҡурайсы егет.

Ысынлап та, уҡытыу-сыһы күп көс түкмәһә, бала шундай уңыштарға ирешә алыр инеме икән?

- Эштең һөҙөмтәһе тәрбиәләнеүселәрҙең өлгәшеүендә күренә. Мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашыу, еңеү яулау артабан да тырышып эшләргә көс бирә, дәрт өҫтәй, - ти Вәсил Темиров.


Читайте нас: