газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2018, 15:14

Аҡмулланың аҡ юлы

Уҙған аҙнала бөтә республика буйынса «Аҡмулла уҡыуҙары көндәре» уҙҙы. Уның Башҡорт теле көнө менән бергә тап килеүе икеләтә ҡыуаныслы. Сөнки Аҡмулла башҡорт теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һанала. Ҡаланың үҫмерҙәр китапханаһында ла ошоға арналған кисә үтте.

- Беҙ ҙә китапхана менән бергәләп ошо акцияға ҡушылдыҡ. Мифтахетдин Аҡмулла иң билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Маҡсатыбыҙ - Аҡмулланың ижадын йәш быуынға еткереү. Мәғрифәтсенең тормошо менән балалар таныш, шиғырҙары ятлана. Шуға күрә уның ижады уҡыусыларҙың күңелендә һаҡланыр, тип ышанабыҙ. Шәхсән үҙем, билдәле шәхестең төбәгендә тыуыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Ағайым Фәнис Янышев уға арнап асылған музей директоры, уның исемендәге премия лауреаты ла булды, - тип һөйләп үтте китапхана мөдире Гөлнара Янышева.

Мифтахетдин Аҡмулла - ауыр тормошло шәхес. Бәләкәйҙән әсәһенән етем ҡала. Үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен, һыйҙырмауҙарын да кисерергә тура килә. Үҙенең артыҡ икәнлеген аңлаған Мифтахетдин ил гиҙеп сығып китә. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим булып таныла. Үҙ аллы фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнә. Ул халҡыбыҙҙы белемгә, яңы тормошҡа саҡырған. Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк, тигән һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль, сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ.

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуы-уының 100 йыллығын тәүҙә ҡаҙаҡтар ҙурлап үткәрә. Беҙҙең шағирыбыҙ, тиҙәр. Тик 1981 йылда ғына беҙҙең республикала уның тыуыуының 150 йыллығы билдәләнә. Бөгөнгө көндә уның исемен мәңгеләштереү өсөн күп эшләнә. Педагогия университеты уның исемен йөрөтә, премия булдырылған, тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музей асылған һәм башҡалар.

Кисәгә мәғрифәтсенең ижадына, телгә, халҡына битараф булмағандар килгәйне. 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллинаның «Аҡмулла нәсихәттәре» тигән мөнәжәтен йыйылыусылар тын да алмай тыңланы. Музыка колледжы студенты Диана Солтанова «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» тигән билдәле шиғырын тасуири һөйләне.

Кисәнең икенсе өлөшө башҡорт теле проблемаларына арналды. Һәр кем был йәһәттән үҙ фекерен әйтте, ҡалабыҙҙың ижад һөйөүселәре үҙҙәре яҙған шиғырҙарын яңғыратты. Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолованың сығышы үҙенсәлекле булды.

- Тел проблемаһы күптәндән йәшәп килә. Һәр заман үҙ талаптарын ҡуя. Әммә телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ хәлдән килгәнсә көрәшергә тейешбеҙ. Ҡалала был йәһәттән күп эш баш-ҡарыла. Әле яңыраҡ башҡорт балалар баҡсаһында шиғыр бәйгеһе уҙғарылды. Шул тиклем матур һөйләйҙәр. Һәр бер бәләкәсте ҡосаҡҡа алып, һөйгө килде. Телгә ихтирам кесе йәштән тәрбиәләнә. Ошондай саралар күберәк уҙғарылһа, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә һаҡланыр,- тине ул.


Читайте нас: