газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2018, 14:56

ТОРМОШ ТЕАТРМЫ, ТЕАТР ТОРМОШМО?

Рәсәйҙә 2019-ҙы “Театр йылы” тип иғлан иттеләр. Тормош – театр!

Хәҙер ошоно рәсмиләштереп тә ҡуймаҡсылар, күрәһең. Ни өсөн театр, тиерһегеҙ? Кисәге шикле бәндәләр бөгөн оло вазифа биләй, маҡтауға күмелеп эшләп йөрөгәндәр – асарбаҡ. Пробирканан этә-төртә бала таптырған сәхнә йондоҙҙары зәңгәр экрандарҙан төшмәй, күмәк бала тапҡан ғаиләләр – илгә имгәк. Ҡаҙна аҡсаһын урлаған бурҙар – “халыҡ ялсылары”, аслыҡтан шешенеп, күршеһенең ҡаҙын урларға мәжбүр булған ябай халыҡ зинданда. Матур сюжетмы? Иң мөһиме – тамашасыла интрига тыуҙырырлыҡ. Театр сәхнәһенә сығарылған әҫәрҙең дә төп маҡсты – тамашасыны көсөргәнешлектә тотоу. Ә Рәсәй халҡы “Театр йылы” булмаһа ла көн дә көсөргәнешлектә йәшәй. Сәйәсмәндәребеҙ интрига тыуҙырып ҡына тора. Сөнки режиссерҙарыбыҙ һәләтле.
Читайте нас: