Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2018, 12:13

Оҫта, татыу, рухлы һәм берҙәм

Ҡалабыҙҙың 53-сө башҡорт балалар баҡсаһында Шәжәрә байрамы үтте. “Йәншишмә” баҡсаһында үткәрелгән был сара йолаға әйләнгән һәм йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә. Ғәҙәттәгесә, унда ғаиләләр үҙҙәренең быуындары менән таныштыра. Быйыл иһә 4 ғаилә нәҫел ептәрен барланы.

Музыка залында башҡорт халҡының көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һабаһы, төрлө сигелгән әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтары урын алды. Ғаилә гербтарынан һәм шәжәрәләрҙән күргәҙмә ойошторолдо.

Шәжәрә байрамын кескәйҙәр йыр-моң менән асып ебәрҙе. Алып барыусылар Рәхимә Әхтәм ҡыҙы һәм Гөлназ Хәкимйән ҡыҙы байрамды: “Шәжәрә – ул ырыу ағасы, бөгөн беҙ ошо ағастың тамырҙарын нығытыр өсөн йыйылдыҡ, сөнки тамыры ныҡ ағас ҡына үҫә, нығый, ә тамырһыҙы - ҡорой”, - тигән һүҙҙәр менән башланы.

Һәр ғаилә шәжәрәләре менән таныштырҙы. Алтынбаевтар һәм Ғәзизовтар ғаиләһе үҙ быуындарын мөмкин тиклем тулыраҡ барлап, йөкмәткеле итеп күрһәтте. Сәмирхановтар ғаиләһе матур сығыштары менән күңелдәрҙе арбаны.

Сарала ҡатнашыусы иң өлкән ҡунаҡ, Ибәтуллиндар ғаиләһенән 86 йәшлек Шәрәфетдинов Тимербәк олатайҙың үткән тормош юлын иҫләп һөйләүен барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ул элекке заман менән бөгөнгө йәшәйеште сағыштырып, йәштәргә тормош ҡәҙерен белеп, бер-береһен ихтирам итеп йәшәүҙәрен теләне.

Был байрамыбыҙ бик матур үтте. Ғаиләләр өсөн был ҙур, әһәмиәтле йыйын булды. Улар шәжәрәләрен өйрәнеп, сараға ныҡлап әҙерләнделәр.

Байрамға йомғаҡ яһап, балалар баҡсаһы етәксеһе Эльза Фәрит ҡыҙы Алтынбаевтарға «Оҫта ғаилә», Ғәзизовтарға «Татыу ғаилә», Сәмирхановтарға «Рухлы ғаилә», Ибәтуллиндарға «Бер-ҙәм ғаилә» номинацияларында еңеүсе дипломдары менән бүләктәр тапшырҙы. Матур осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

- Һәр бала үҙенең шәжәрәһен, тамырҙарын белеп үҫергә тейеш. Шуға күрә лә баҡсабыҙҙа ошондай фәһемле байрамдар, осрашыуҙар йыш үткәрәбеҙ, - ти өлкән тәрбиәсе Әлфиә Сәйфулла ҡыҙы.

Ысынлап та, үҙ шәжәрәңде өйрәнеү мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә һәр кешенең изге бурысы ла. Шәжәрә байрамы үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Киләсәктә балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белеп үҫһен, уларҙың ырыу ағастары ныҡлы, нәҫелдәре көслө булһын. Килер быуындарға ҡалдырылған рухи мираҫ балаларҙа илгә, ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләһен.


Читайте нас: