Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2018, 12:34

Муса Йәлил шиғырҙарын яңғыратып

9-сы китапханала “Муса Йәлил уҡыуҙары” тип аталған конкурс үтте. Был бәйгене ойоштороуға “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы, китапхана хеҙмәткәрҙәре, төрлө мәктәптәрҙең башланғыс класс балаларының уҡытыусылары ҙур көс һалды.

Хәҙерге заманда күп ғаиләләр туған телендә аралашып бармай. Ә бала туған телен ата-әсәһе һөйләшкән хәлдә генә ҡабул итә. Шулай ҙа конкурсҡа килгән балалар Муса Йәлилдең шиғырҙарын күңелдәре аша үткәреп, тасуирлап һөйләүҙәре менән жюриҙың да, тамашасыларҙың һөйөүен яулай алды. Сараға апалы-һеңлеле Диана һәм Динара Кантюковалар ша-ғирҙың һуғыш тураһындағы шиғырына бағышлап төшөрөп алып килгән һүрәт күптәрҙе һоҡландырҙы, сөнки улар әҫәрҙең йөкмәткеһен ошо рәсемдә асып һала алған. Шиғыр һөйләүсе балалар араһында маҡтауға лайыҡтары күп булды. Уларҙың конкурсҡа тырышып әҙерләнеүҙәре, әҫәрҙәрҙе тасуири итеп һөйләү өсөн бар оҫталыҡтарын һалыуы киләсәктәренең яҡты була-сағына ышандыра. Төрлө мәктәптәрҙән килгән үҫмерҙәр данлыҡлы шағирҙың әҫәрҙәрен татар һәм рус телендә һөйләне. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжынан Виктория Андреева, Ләйсән Шигалова, 15-се мәктәптән Арианна Сәйфетдинова Муса Йәлилдең шиғырҙарын рус телендә бик матур итеп яңғыратһа, 7-се, 19-сы, 18-се мәктәптәрҙән Эльнара Әхмәрова, Рәмил Ғилманов, Руслан Муллашев, Руслан Якиев әҫәрҙәрҙе татар телендә уҡып бәйге тотто. 1-се гимназиянан Сабина Буга үҙенең өләсәһе Фәнзилә Тибеева ярҙамы менән “Ҡараҡ бесәй” шиғырын әҙерләп алып килгәйне. Өләсәйҙең ейәнендә ошолай туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышыуы асыҡ күренеп тора.


Читайте нас: