газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2018, 11:36

Ерҙә һигеҙ мөғжизә бар: Һигеҙенсеһе - ҡатын-ҡыҙ, әсә!

Иң изге һәм гүзәл байрамдарҙың береһе - Әсәләр көнө алдынан Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, «Аҡбуҙат» һәм «Ағинәй-ҙәр» йәмәғәт ойошмалары, 25-се башҡорт гим-назияһы менән берлектә, «Атайҙар һәм уландар» тип исемләнгән йырлы-моңло кисә уҙғарҙы.

Әсәләр көнөндә ни өсөн атайҙар һәм улдар ҡатнаша, тиерһегеҙ. Был бик уйланып эшләнелгән, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең байрамында конкурстар уҙғарып, нимәгә маһир булыуҙарында ярыштырһаң, ҡыҙыҡ та түгел һымаҡ. Былай, исмаһам, улар ҡәҙерле кешеләренең үҙҙәрен нисек яратыуын белә, рәхәтләнеп ял итә. Алып барыусылар Рәшиҙә Буранғолова менән Миңнур Ғәбитова тап ошоно күҙ уңында тотҡан да сценарий төҙөгәндә.

Гимназия хеҙмәткәрҙәре байрамға ныҡлы әҙер-ләнгән. Ишек төбөнән үк килгән ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алдылар, «Ата-бабалар иленә сәйәхәт» тип исемләнгән музейға экскурсия ойошторҙолар.

Сараға «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Мәрйәм Солтанова, Ишембай ҡалаһының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Хаят Йосо-пова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова ла килгәйне.

Кисәне асып, Салауат баш-ҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сибәғәт Рахманғолов конкурс-та ҡатнашырға йөрьәт иткән ғаиләләргә хуплау һүҙҙәрен еткерҙе. Халҡыбыҙ араһында ғаилә ҡиммәттәрен актив пропа-гандалаған, балаларын милли рухта тәрбиәләгән өлгөлө әсәләргә Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Ярышта биш ғаилә: Айнур Ишемғолов уның улы Байрас, Илдар Әбүбәкеров улы Булат, Рафаэль Ғәйнуллин улы Тимерхан, Рушан Юлбарисов улы Илнар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рәмил Мансуров улы Айбулат менән ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһе менән таныштырҙы, ҡатындарына һөйөү һүҙҙәрен еткерҙе, иң йылы, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәне. Төрлө конкурста ҡатнашып, йылғырлығын, оҫталығын күрһәтте. Атайҙар менән уландар конкурс эштәрен башҡарған арала, Нәсимә Кулябина зал менән эшләне. Осрашыуға йыйылыусылар әүҙем ҡатнашты, һорауҙарға кем уҙарҙан яуап бирҙе. Тамаша дәртле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Баһалама ағзалары һәр сығышты ентекле ҡарап, мәрәйҙәрҙе ҡағыҙға теҙә барҙы. Һөҙөмтәләрҙе жюри рәйесе Ләйсән Йосопова иғлан итте.

- Ошондай сараларҙа жюриға ултыртһалар, юғалып ҡалам. Бөтәһе лә матурҙар, етеҙҙәр, уңғандар. Шуға күрә бындай осраҡта номинациялар бирелеүе дөрөҫтөр, тип уйлайым. Бөгөн бөтәһе лә еңеүсе, - тине Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.

«Иң отҡор ғаилә» тип Әбүбәкеровтар ғаиләһе та-нылды, «Иң музыкаль ғаилә» номинацияһы Мансуровтарға бирелде, «Иң етеҙ ғаилә»не Юлбарисовтар алды, «Иң рухлы ғаилә» тип Ишемғоловтар танылды, «Иң һөйкөмлө ғаилә» Ғәйнуллиндарға тапшырылды. Тамашасы һөйөүен Мансуровтар яуланы, Ишемғоловтарға «Киске Өфө» гәзитенең махсус призы бирелде.

Баш ҡала ҡунағы Гөлфиә Янбаева ла сараны юғары баһаланы.

- Һуңғы ваҡытта Салауатҡа юл йыш төшә. Ҡатнашҡан ғаиләләргә ҡарайым да, ысынлап та, ошондай йәштәр - беҙҙең киләсәк, тип уйлайым. Тормош иптәштәре һөйгәндәренә йылы, матур һүҙҙәр әйтте. Ирҙәрегеҙ иғтибарлы, итәғәтле булғанға, һеҙ ҙә ҡояштай балҡып ултыраһығыҙ. Ғаилә - ул милләт ҡото. Күреп торам, ғаиләгеҙҙә туған телен, мәҙәниәтен һаҡлаған рухлы балалар үҫә. Артабан да ошо юлдан тайпылмағыҙ, - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

Сараны ойоштороуҙа ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, «Авария комиссарҙары», «Яугир», «Аҡбуҙат» ойошмалары, ата-әсәләр комитеты ҙур ярҙам күрһәтеп, конкурсанттарға үҙ бүләктәрен әҙерләгәйне.


Читайте нас: