газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2018, 17:04

«Йәннәт һулышы»н тойорбоҙ

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙ тамашасыһын премье-ралары менән шатландырыуын дауам итә. Әле яңы ғына «Көтмәгәндә булған хәл» комедияһын ҡарап, хәлдән тайғансы көлөп, күңелгә бөтмәҫ дәрт алып ҡайтҡайныҡ. Оҙаҡламай артистар ҡала халҡына тағы бер әҫәр бүләк итмәксе. Тик быныһы комедия түгел, ә уйландырырлыҡ, тәрән мәғәнәле мелодрама. Шул турала театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев менән бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ.

- Илсур Юлай улы, һеҙ Салауат театрына баш режиссер итеп тәғәйенләнгәнгә теүәл бер йыл үтте. Был һеҙҙең нисәнсе эшегеҙ? Ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?

- Был театрҙа тәүгеһе генә. Бик тулҡынланам.

- Әҫәр нисек һайланды? Ни өсөн тап Гөлсирә Ғиззәтуллинаға өҫтөнлөк бирҙегеҙ?

- Гөлсирә апайҙың әҫәрҙәрен уҡыған саҡта «Йәннәт һулышы» повесында туҡталып ҡалдым. Ул миңә айырыуса оҡшаны. Шуға мотлаҡ сәхнәгә сығарырға ҡарар иттем.

- Әҫәр нисек яҙылған, шулай итеп ҡуяһығыҙмы? Әллә үҙегеҙҙең берәй үҙгәрештәрҙе индерҙегеҙме?

- Әлбиттә, повестың ҡайһы бер ерҙәрен сәхнә закондарына яраҡлаштырып үҙгәртергә тура килде. Әҫәрҙең төп мәғәнәһен тамашасыға дөрөҫ еткереү өсөн бик күп эшләргә тура килә. Мәҫәлән, әҫәрҙә бер һүҙ менән генә телгә алынып киткән геройҙарҙы тулы образ итеп асырға булдыҡ.

- Был күп мәшәҡәт тыуҙыра түгелме?

- О-о-о (йылмая), әлбиттә. Әммә шулай итмәһәң, спектакль, минең ҡа-рашҡа, ҡоро килеп сығыр кеүек. Бер туҡ-тауһыҙ, ҡат-ҡат төҙәтмәләр индереп, тексты яңынан ятларға мәжбүр бул-ған актерҙарҙың түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Бына шулай, тырышып-тырмашып премьераға әҙерләнәбеҙ.

- Төп ролдәрҙе кемдәргә ышанып тапшырҙығыҙ?

- Минеңсә, һәр кем өсөн үҙенең роле төп роль һымаҡтыр. Сөнки шундай уҡ әҙерлек, яуаплылыҡ талап итә. Ролдәрҙе бүлеү һәр ваҡыт ҡатмарлы. Әле лә башымды оҙаҡ ҡатырҙым. Ахырҙа, Башҡортостандың атҡаҙанған ар-тисткаһы Нәүфилә Яҡупованы, артист Мирас Йомағужинды һәм йәш актриса Нәзифә Аласованы һайланым.

- Тамашасылар өсөн спектаклдең бер аҙ серен асмаҫһығыҙмы икән?

- Тулыһынса һөйләп бирһәм, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Үҙегеҙ килеп ҡарағас белерһегеҙ. Шуны ғына әйтә алам, был донъяла үҙеңдең мин-минлегеңдән башҡа бер нәмәне лә күрмәү, тоймау аяныс хәлгә еткерә. Бәләкәй генә бәхеткә лә ҡайһы саҡ шатлана, уны ысын күңелдән ҡабул итә белмәйбеҙ. Төп герой Дилбәрҙең дә ғорурлығы саманан ашҡан була. Ныҡышып мал табырға, үс алырға, бирешмәҫкә яратҡан ҡатын ул. Тормоштоң ауырлыҡтарын үҙ иңендә татымайынса, һабаҡ алмайынса, гүзәллекте, мөхәббәттте аңламай. Ошо ябай ғына нәмәләргә төшөнөр өсөн ни генә кисерергә тура килмәй үҙенә: төрмәлә лә ултыра, аварияға ла эләгә, балалар йортона ла юлы төшә. Йә, етерҙер, артығын һөйләп ташланым ахырыһы (көлә). Ғөмүмән, тамашасыға уйланырлыҡ урын ҡалдырырға инде.

- Мелодраманы сәхнәгә сығарыуҙа кемдәр булышлыҡ итә?

- Инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаева, композитор Илшат Яхин, рәссам Зилиә Ҡарасурина, хореограф Ольга Даукаева, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов, мультимедиа режиссеры Михаил Шмелькин спектакль йөкмәткеле, тамашасыға яҡын килеп сыҡһын өсөн тырышып хеҙмәт итә.

- Премьера ҡасанға планлаш-тырылған?

- 30 ноябрҙә мелодраманы тамашасы хөкөмөнә сығарабыҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: