арала ете район һәм алты ҡаланан килгән 50-нән ашыу ижад һөйөүсе үҙ талантын, көсөн һынаны. Конкурсанттар шиғыр, фельетон, монолог, эстрада хикәйәһе, әҙәби эстрада, интермедия, сәхнә күренеше, пантомима һәм башҡа төрҙәге әҫәрҙәр башҡарҙы. Баһалама ағзалары араһында абруйлы шәхестәр: СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова, Башҡортостандың халыҡ артистары Олег Ханов менән Сара Буранбаеваның булыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Ике көн буйы улар сығыштарҙы иғтибар менән тыңлап, тейешле баһа бирҙе. Ниһайәт, еңеүселәрҙе асыҡлар мәл етте. Өлкәндәр араһынан Гран-при яулаусы булманы. Балалар араһында Ҡырмыҫҡалы районынан Артем Канбеков Гран-при яуланы. Өлкәндәр араһында Ҡырмыҫҡалынан Рәмилә Килмөхәмәтова I дәрәжәле диплом алды, икенсе урында Күгәрсен районынан Руслан Абдуллин, Межгорье ҡалаһынан Елена Миткова менән ҡаланың музыка колледжы студенты Диана Солтанова өсөнсө баҫҡыста. Балалар араһында Баймаҡ ҡалаһынан «Элегия» балалар-өлгөлө театры тәрбиәләнеүсеһе Дарья Журавлева беренсе урынға сыҡты, Ишембайҙан Мортаза Ханнановҡа икенсе урын бирелде, ҡаланың «Арлекин» театр студияһында шөғөлләнеүсе Артем Мизгуллин өсөнсө урынға лайыҡ тип танылды.
Бынан тыш, конкурста ҡатнашыусыларға төрлө номинациялар буйынса махсус приздар ҙа тапшырылды.
- Һүҙҙән башҡа тормоштоң, халыҡтың үҫешен күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙ һәр милләттең телен ихтирам итергә тейешбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл ғаиләләр күп ҡатнашты. Тимәк, ата-әсә балаһының телмәр үҫешенә битараф түгел. Тасуири уҡыу менән бер рәттән актерлыҡ һәләтен дә иҫәпкә алдыҡ. Башҡараһы эштәр бар әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер китап уҡыу, телмәр байлығын арттырыу тигән төшөнсәләр күптәргә ят. Сығыш яһаусыларҙың әҙерлек кимәле лә төрлөсә. Һүҙ оҫтаһы булыу өсөн туҡтауһыҙ эҙләнергә, шөғөлләнергә кәрәк. Әле лә тетрәндергес итеп, образға инеп шиғыр һөйләүселәр булманы тип әйтмәйем, әммә киләсәктә ундайҙарҙы тағы ла күберәк күрергә яҙһын ине.
Сара Буранбаева, баһалама ағзаһы:
- Рухи терәгебеҙ булырҙай шәхестәр, ижадсыларыбыҙ күп. Уларҙың һәр әҫәрендә беҙ һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәнәбеҙ. Бөгөн сәхнәлә яңғыраған шиғырҙар шуны дәлилләй. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһе туған телде үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, ҙур эш башҡарып сыҡты.