Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ноябрь 2018, 12:37

Заман талаптарына ярашлы

Салауаттың үҙәк һәм тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһына моделле статусы бирелде. Хәҙер беҙҙең ҡалала 4 моделле китапхана эшләй, ә республикала 300-ҙән ашыу.

Тантаналы сарала Өфөләге Ә.З.Вәлиди исемендәге милли китапхана ғилми-методик бүлегенең баш белгесе Наталья Маркина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова һәм китап һөйөүселәр ҡатнашты.

- Китапханаларҙың икенсе һулыш кисереүе ҡыуаныслы. Моделле тигән исем булғас, бина заман талаптарына яуап бирергә тейеш йәки ул, хан һарайы кеүек булмаһа ла, тышҡы йөҙөн үҙгәртергә бурыслы. Унда интернетлы компьютер булыуы тәүшарт. Бынан тыш, халыҡҡа күсермә, сканер, текстарҙы күсереү кеүек хеҙмәттәр күрһәтелергә тейеш. Салауат китапханалары ошо талаптарҙан ҡалышмай, уларға ҙур рәхмәт, - тине Наталья Павловна.

Байрамда мәҙәниәт усағының алдынғы хеҙмәткәрҙәре, китап уҡыусылар тәбрикләнде. Үҙәк китапхана директоры Светлана Янгалова ла моделле статусын алыуға бәйле үҙенең теләктәрен белдерҙе.

- Моделле китапханалар - бөгөнгө заман талабы. Унда килгән һәр кем өсөн интернет тәҡдим ителеүе бик уңайлы. Бынан тыш, уларҙы йыһазландырыу буйынса ла аныҡ нормалар билдәләнгән һәм был эште башҡарыу белем, мәғлүмәт усаҡтарының торошон яҡшыртыуға ҙур ярҙам, - ти Светлана Александровна.

Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы алдында ҡунаҡтарҙы сағыу милли башҡорт кейемдәрендә «Көмөш тәңкәләр» ансамбле бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Бейеп-йырлап торған апайҙарға ҡарап болоҡһоу көндө күңел күтәрлгәндәй булды. Һәр кергән кеше төрлө файҙалы үләндәрҙән яһалған ҡайнар сәйҙән баш тартманы. «Мираҫ - мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы» китапхананың мөдире Гөлнара Хәйбуллина моделле статусын алыуға ярҙам күрһәткән һәм ремонт эштәрен башҡарыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Ысынлап та, бинаның эске йөҙө күпкә үҙгәргән. Халыҡ өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Китап уҡыуҙан тыш, бында төрлө мәҙәни саралар үткәрелеп тора. Шулай ҙа интернет заманына ҡарамай, китап уҡыуҙы ташламай салауаттар. Сөнки әҙәм балаһы китапханаға зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөрөй, китап уҡып, фекер йөрөтөргә өйрәнә, уйлана. Ғөмүмән, кешеләрҙең китапхана менән бәйләнештә булыуы һәр яҡлап та үҫешкә этәргес бирә.


Читайте нас: