газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2018, 15:51

Мөхәббәт йәшкә ҡарамай

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе менән, һай, татыу йәшәйбеҙ. Йә улар ҡыҙыҡлы спектаклдәре менән беҙгә килә, йә салауаттар уларҙа ҡунаҡта. Күршеләребеҙ оҙаҡламай «Ҡарауыл! Атай өйләнә» тигән комедия бүләк итмәксе. Илатҡансы көлөргә, уйланырға ла мәжбүр иткән был әҫәр тамашасы күңелен әсир итмәй ҡалмаҫ. Күптән түгел матбуғат саралары вәкилдәре спектаклдә ҡатнашҡан артистарҙың бер нисәүһе менән осрашты.

Әҫәр грузин халҡыныҡы. Һәр милләттең үҙенең айырым үҙенсәлеге бар. Шуны боҙмайынса, тамашасыға дөрөҫ еткереү актерҙарҙан ҙур талант талап итәлер, моғайын. Спектаклгә уңышлы һайлап алынған декорация, ошо милләткә генә хас йыр-бейеүҙәр, сағыу костюмдар тамашаға йәнлелек, милли колорит өҫтәй. Ролдәрҙе театр сәнғәте күгендә танылыу яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зөлфиә Хәлилова, Ләйсән Кәримова, Резеда Әмәкәсова, Фәим Әхмәтйәнов һәм башҡа талантлы актерҙар башҡара.

Нимә тураһында һуң әҫәр? Ете тиҫтәһен тултырған тол ҡарт йәш ҡыҙға ғашиҡ була. Тик һөйөү тарихы һәр заманда ла ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар аша үрелгәнен беләбеҙ. Берҙән-бер улы был никахты хупламай. Ҡобараһы осоп, үҙенә урын таба алмай. Йәш кәләш атаһына малай табып бирһә, бөтә мөлкәтте ҡап икегә бүлергә тура килә бит. Хәйләкәр планын бойомға ашырырға ул хәләлен дә йәлеп итә. Әммә ҡартлас та төшөп ҡалғандарҙан түгел. Быларҙың мәкерле уйҙарын һиҙеп... Аҙағы нимә менән тамамланыуын 30 октябрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрына спектаклдең үҙен килеп ҡарағас белерһегеҙ. Киске сәғәт етелә башлана.

Башҡортостандың атҡаҙан-ған артисы Фәим Әхмәтйәнов быға тиклем ҡарттың улын уйнаған. Әле иһә, төп герой - ҡарт роле бирелгән. Артист тулҡынланыуын йәшермәй.

- Үҙебеҙҙә был комедияны әллә нисә тапҡыр сығарһаҡ та, Салауат тамашасыһына ҡуйыу минең өсөн премьера булып тора. Оҙаҡ йылдар сәхнәлә эшләүем батырсылыҡ бирә, әлбиттә. Тик, барыбер, ҡунаҡтар өсөн яңы ролдә сығыуым икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, - ти Фәим Ғәни улы.

Осрашыуға килгән артистар Салауат тамашасыһының ихлас булыуын билдәләне. Әле лә улар ҡала халҡының залды тултырып килеүҙәренә ышана.
Читайте нас: