Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2018, 15:52

Һағындыра бит ул шул саҡтар

Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артҡан-дан-арта. Шулай ҙа, ҡулда-рына аттестат алыусы уҡыу-сылар тура юғары уҡыу йорттарына атлыға. Эшсе ҡулдар әҙерләгән уҡыу йорттарының да күбеһе ябылып бөттө. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллек-тивы тап ошо юғалған һөнәри училищеларҙың ветерандары менән осрашыу уҙғарҙы. «Һөнәри-техник белем биреү тарихы» тип исемләнгән күргәҙмә лә ойошторолғайны.

Музей эсе гөр килә. Йыйылыусылар үҙ-ара ихлас аралаша, фотоһүрәттәрҙән таныш йөҙҙәрҙе табырға тырыша, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Музей һөнәри белем биреү ветерандарын бергә йыйып, бик ҙур эш башҡарған. Сара ҡаланың - 70 һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналғайны. Илдә һөнәри-техник белем биреүҙең сәскә атҡан осоро 40-сы йылдарға тура килә. Беҙҙең ҡалала, иһә, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе комбинат төҙөлә башлағас та килеп тыуа. Тәүгеләрҙән булып 1953 йылда Йәштәр урамында (хәҙерге Беренсе май урамы) 1-се һөнәрселек училищеһы (һуңғараҡ 26-сы, 19-сы училище) өсөн бина төҙөлә. Ғүмеренең тиҫтә йылын ошонда уҡытыуға бағышлаған ветеран Петр Лысиков үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

- Эх, ул саҡтарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Училищеға асылған йылды уҡ йүнәлтмә буйынса эшкә мастер булып килдем, һуңынан өлкән мастер итеп тәғәйенләнеләр. Токарҙәр әҙерләнек. Күңелебеҙҙе биреп эшләнек, яҡшы коллектив тупланды. Училищены тик яҡшы бидәләргә генә тамамлаусылар мастер булып тороп ҡалды. Беҙ әҙерләгән белгестәр ҡалала, республикала ғына түгел, бөтә илдә ҙур һорау менән файҙаланды. Заманалар үҙгәреп, һөнәри училищеларҙың тергеҙелеүенә өмөтөбөҙҙө юғалтмайбыҙ, - тине ул.

Тағын башҡа бик күптәр үткәндәргә байҡау яһап, иң шәп йылдарҙы иҫкә алды. Бер төркөм ветерандарға оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәндәре өсөн ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды. Музей директоры Руслан Сафиканов күргәҙмәне ойоштороуға күп көс һалғаны өсөн хеҙмәт ветераны, һөнәри белем биреү өлкәһендә 45 йыл эшләгән Федор Бизикинды Рәхмәт хаты менән дә бүләкләне.

Республика буйынса өсөнсө урынды биләгән ҡалабыҙҙа заманында бөтәһе туғыҙ училище булған. Хәҙер иһә шуларҙың икәүһе генә эшмәкәрлектәрен дауам итә.

Хеҙмәт ветераны, мәғариф отличнигы Гөлсирә Фәйзуллина тәүҙә - 57-се, һуңынан 36-сы тип үҙгәртелгән һөнәрселек училищеһында уҡытҡан.

- Училищебыҙ төҙөүселәрҙе әҙерләй ине. Штукатур-ағартыусы, балта оҫтаһы, слесарь-монтажсыларҙы ла күп сығарҙыҡ. Бөтә йәнебеҙҙе биреп, үҙ-үҙебеҙҙе аямай эшләнек. 40 йыл балаларға белем бирҙем. Шуныһы үкенесле, училищелар ябылып бөттө тиерлек. Беҙҙе лә ул яҙмыш урап үтмәне - 20-се лицейға ҡуштылар. Хәҙер ул төҙөлөш-механика колледжы тип атала. Директоры Рәмил Абдуллин беҙҙе Ололар көнөнә йыйып, аралашырға мөмкинлек бирә. Юғиһә, ҡайҙа осрашыр инек тә, ҡайҙа һөйләшер инек? Киләсәктә лә был йола дауам ителһә ине, - ти Гөлсирә Ғариф ҡыҙы.

Әлеге ваҡытта күп эшсе кадрҙар әҙерләгән төҙөлөш-механика колледжы директоры Рәмил Абдуллинға ла һүҙ бирелде.

- Бөгөн беҙҙең колледж башланғыс һөнәри белем биреүҙең изге традицияларын дауам итеүсе булып ҡала. Ысынлап та, ул үҙенә әллә күпме училищеларҙы туплаған. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ өлгө булырлыҡ, кәңәштәрегеҙгә һәр саҡ мохтажбыҙ, фекерҙәрегеҙҙе тыңларға әҙербеҙ. Артабан да бергә хеҙмәттәшлек итәйек, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы ветерандарға мөрәжәғәт итеп.

Йылы ла, бер аҙ моңһоу ҙа булды осрашыу. Заманында бөтә ил өсөн юғары квалификациялы, белемле кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорттарының бөгөн юҡҡа сығыуы яҡшы күренеш түгел бит. Шулай ҙа, ҡалала һөнәри белем йорттары-ның тамырынан юғалмауы, был өлкәлә апаруҡ тәжрибә тупла-ған уҡытыусыларҙың белем-дәрен йәштәр менән ихлас уртаҡлашырға әҙер булыуы күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе.


Читайте нас: