- Сара күп милләтле Башҡортоста-ныбыҙҙа халыҡ ижадын күтәреү, үҙеш-мәкәр сәнғәтте, һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Быйыл ул Сталинград алышында совет ғәскәрҙәре еңеүенең 75 йыллығына арнала, - ти үҙәктең мәҙәни саралар ойоштороусыһы Әминә Мөлөкова.
Фестивалдә ҡаланың “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтары юғары исемдәрен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы, ә ҡайһылары был исемде яуларға ынтылды. Ансамблдәрҙең һәм төркөмдәрҙең сығышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова етәкселегендәге мәртәбәле жюри баһаланы, етешһеҙлектәрҙе барланы, лайыҡлыларҙы билдәләне. Коллективтарҙың сығышы ысын мәғәнәһендә сағыу фольклор байрамына әүерелде. Ул көндө тышта яуған ҡарлы ҡатыш ямғыр тәндәрҙе өшөтһә лә, сағыу бейеүҙәр, дәртле йырҙар күңелдәрҙе йылытты.