газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2018, 12:52

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ

Яңы театр миҙгелен тамашасы һәр ваҡыт түҙем-һеҙлек менән көтөп ала. Яратҡан артистары ниндәй әҫәрҙәр менән ҡыуандырыр тип тулҡынлана улар.

Салауат халҡының спектаклдәргә нисек һыуһағанын залдағы бер генә буш урындың булмауынан да аңларға мөмкин ине. Был юлы яңы миҙгел Эсфир Йәһүҙиндың «Көтмәгәндә булған хәл» комедияһы менән асылды. Уны сәхнәгә режиссер Илдар Вәлиев сығарҙы. Тамашасы актерҙар менән бергә янып-көйҙө, шатланды, уйланды.

Премьера тамамланғас, тамашасы фекерен дә белешәм. Роза һәм Рәйес Бикмөхәмәтовтар - оло йәштәге кешеләр, 70-те уҙғандар. Бөгөнгө тамаша нисек үтте, тип ҡыҙыҡһынам.

- Бик матур булды. Күңелгә бөтмәҫ ял, кинәнес алдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, театрға бик йөрөгәнебеҙ юҡ ине. Бөгөн беҙҙе ошондай матур кисәгә балаларыбыҙ саҡырҙы. Актерҙар шул тиклем ихлас, халыҡсан итеп уйнайҙар. Афарин! Артабан да театрға юлды һыуытмаҫҡа уйлап торабыҙ әле, - тине улар йылмайып, бер тауыштан.

Быйылғы йыл театр өсөн айырыуса үҙенсәлекле. Ни өсөн тигәндә, ул үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Шул йәһәттән тантаналар, ҡотлауҙар дауам итә. Спектакль тамамланғандан һуң күптәр йылы һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Беҙҙең гәзит редакцияһы ла ситтә ҡалманы.

- Бөгөн иҫ киткес матур тамашаға шаһит булып, шатланып ултырҙыҡ. Яңы миҙгелдән ошондай уҡ күркәм, сағыу тамашаларға өмөт итәбеҙ. Театр менән гәзит тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, коллектив беҙҙең һәр башланғысты күтәреп сыға. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ, -тине «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғолов һәм театр директоры Илдар Маннаповҡа, ижади коллективҡа идара итеүсе Рөстәм Фазыловҡа, әҙәби бүлек мөдире Динә Бәшироваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Йыл башында дуҫтарыбыҙҙың юбилейына арнап шиғырҙар бәйгеһе иғлан иткәйнек. Талантлы апай-ағайҙарыбыҙ теләп ҡатнашып, театрға булған һөйөүен белдерҙе. Ул көндө конкурс лауреаттары Гөлсирә Фәйзуллина, Флүрә Хәзиева, Мәйсәрә Хәйерова, Самат Мостафин һәм Мөҙәрис Багаев диплом һәм бүләктәр алып ҡыуанды.


Читайте нас: