Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2018, 16:42

“Донъялыҡта изгелек ҡылайыҡ”

Яңы китаптарҙың сығыуы ижад итеүсегә лә, китап уҡыусыларға ла оло шатлыҡ булып тора, сөнки ул яңы сабыйҙың донъяға килеүе менән тиң.

Ҡаланың 2-се үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Гөлнара Янышева китап йортонда һәр ваҡыт төрлө саралар үткәреп, китап һөйөүселәрҙе ылыҡтырып тора. Ошо көндәрҙә Зәйтүнә Көҫәпованың шатлығын уртаҡлашып, “Донъялыҡта изгелек ҡылайыҡ” һәм “Мин яҙмышымды үҙгәрттем” китаптарының исем туйына йыйылдылар. Байрамға уның туғандары, класташтары, ауылдаштары, дуҫтары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр килде.

- Бөгөнгө сараны “Йөрәк һүҙе” тип атаным. Авторҙың үҙе һәм уның китаптары менән танышҡас, Мостай Кәримдең “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” тигән шиғыры иҫкә төштө. Зәйтүнә апайҙың ижадын ошо шиғыр менән сағыштырыуым да юҡҡа түгел, сөнки уның йәшенә, тормош юлына ҡараһаң, китапҡа яҙылған һүҙҙәрҙең бөгөн, кисә түгел, ә айҙар, йылдар буйы йөрәк түрендә һаҡланып, үҙ ваҡытын көткән һүҙҙәр. Бөгөн улар осҡан ҡоштар һымаҡ ғәмәлгә таралып үҙ уҡыусыһын тапҡан, - тине Гөлнара Фәтих ҡыҙы.

Зәйтүнә Көҫәпова - яҡты һәм изге күңелле кеше, хажиә. Ул был китаптарында әхлаҡ, дин, һаулыҡ, иҡтисад темаларын сағылдыра. Күңелгә үтеп ингән мәҡәләләре тыуған еребеҙгә һөйөү уята, изгелекле һәм ихтирамлы булырға өйрәтә, сәләмәт тормош алып барырға әйҙәй.

Осрашыу ҡунаҡтар тарафынын әҙерләнгән музыкаль бүләктәр һәм бай сығыштары менән үрелеп барҙы. Автор китапты сығарырға ярҙам итеүселәргә, изге теләктәрен еткергән, килгән бар ҡунаҡтарға оло рәхмәтен белдерҙе һәм яңы китаптарын бүләк итте.

Ҡалабыҙҙың оло быуын кешеләре үҙҙәренең тормош тәжрибәһенән алынған кәңәштәрен аманат итеп тапшырыу өсөн китаптар ижад итә. Әлбиттә, был оло ихтирамға лайыҡ. Ошондай изге эштәрҙе күтәреп а
Читайте нас: