газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2018, 16:35

Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттарым...

Сәхнәнән талғын ғына ҡурай моңо ағыла. Йөрәк ҡылдарын сиртерлек көйҙәр тәрән уйҙарға сумдыра, гүйә, ул тарих һөйләй, милләтемдең әсе яҙмышына төшкән һынауҙарҙы, халҡымдың үткәнен хәтерләтә. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың иҫтәлегенә бағышланған, ҡаланың - 70, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара тап шулай башланып китте.

Башҡорт халҡының бөйөк улы, шағир һәм полководец Салауат Юлаев күптәргә таныш. Батырыбыҙҙың исеменә ситтәр тап төшөрмәһен, тарихта яңылышлыҡҡа урын ҡалмаһын өсөн йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү - өлкәндәрҙең изге бурысы. Был йәһәттән белем биреү ойошмаларының роле баһалап бөткөһөҙ. Әле лә уларҙың ҙур эш башҡарыуы бик һиҙелде.

- Бөгөн залда кескәй балаларҙы, уҡыусыларҙы күреү оло ҡыуаныс. Тимәк, улар тарихты белеп үҫә. Әгәр беҙ, уҡытыусылар, хеҙмәтебеҙ, тәрбиәбеҙ менән улар күңеленә милли геройыбыҙҙың патриотик рухын сәсә алабыҙ икән, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ, - тине үҙ сығышында мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина.

Йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм уҡытыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Уҡыусыларҙың Салауат Юлаевтың шиғырҙарын тасуири, етди төҫ алып һөйләүе киләсәктең өмөтлө булырына ышаныс уятты.

Хәтһеҙ йылдар үтһә лә, юҡ, батырыбыҙ үлмәгән, исеме мәңгеләштерелгән. Ана, тыуған ҡалабыҙ геройыбыҙға тере һәйкәл булып балҡый. Күптән түгел 70 йәшен билдәләгән Салауат ошо йылдар эсендә үҙен алға, яңынан-яңы бейеклектәргә ынтылыусан, ҙур сәнәғәттә, иҡтисадта, социаль өлкәлә уңыштарға ирешеүсән ҡала булараҡ күрһәтте. 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының сығышы йыйылыусыларҙы алыҫ йылдарға алып ҡайтҡандай булды. Улар предприятие төҙөү урыны нисек билдәләнеүен, ҡалаға нисек нигеҙ һалыныуын оҫта сәхнәләштерҙе.

Ҡалабыҙ республика үҫешенә лә тос өлөш индерә. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығы көтөлә. Республика халҡы өсөн был - тарихи дата, сөнки бөгөнгө Башҡортостан - илдең тотороҡло һәм әүҙем үҫешкән төбәктәренең береһе. 18-се мәктәп уҡыусылары Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан шәхестәргә туҡталып үтте. 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең дәртле йыр-бейеүҙәре, туған теле тураһында ғорурланып шиғыр һөйләүҙәре залды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Сара аҙағында олоһоноң да, кесеһенең дә «Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!» флешмобында ҡатна-шыуы һәр кемдең күңелендә иле, халҡы, төбәге тураһында йылы тойғолар урын алыуын иҫбат итте.


Читайте нас: