газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2018, 13:40

Сәнғәткә булған һөйөү бейеүҙә сағыла

Баланы ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк характеры тыуған йортонда, ата-әсәһе өлгөһөндә һалына, тиҙәр. Ләйсән Фәтҡуллина үҙ ғаиләһендә тәрбиәнән тыш, сәнғәткә, йыр-моңға төрөнөп үҫә.

Ләйсән балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк йырлай башлай, сөнки уның әсәһе йырға әүәҫ, әсәһенең бер туған апалары-һеңлеләре сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Ул 18-се музыка йүнәлешле мәктәпкә уҡырға төшөү менән, сәнғәт юлына бар мөмкинселектәр ҙә асыла. Тырыш ҡыҙ фольклор һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөй, хорҙа йырлай, ритмика менән шөғөлләнә. Әммә 5-се класта уҡығанда мәктәптең музыка йүнәлешен ябалар. Ҡыҙҙың күңеле төшөп, ҡайҙа барырға белмәй йөрөгәндә, әхирәте «Алмаз» мәҙәниәт һарайында Алина Әхмәтйәнованың бейеү түңәрәге барлығын әйтә. Ләйсән шул көндән алып был мәктәптә ныҡлы шөғөлләнә башлай.

Бейеүсе булыу теләге уны мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына алып килә. 2016 йылда Ләйсән «Педагог-хорео-граф» һөнәрен алып сыға һәм Алина Әхмәтйәнованың бейеү мәктәбендә төркөмдәр туплап, ихлас эш башлай. Өс йыл эсендә төрлө конкурс-фестивалдәрҙә үҙе һәм тәрбиәләнеүселәре менән алған призлы урындар, Почет грамоталары, дипломдары, Рәхмәт хаттары бихисап. Яуланған уңыштарҙың барыһы ҡәҙерле Ләйсәнгә. Коллективтарҙың уңышында бейеүсе-хореографтың тырыш хеҙмәте, бейеүгә тоғролоғо, тормошто һөйөүе ихлас сағыла.

Уның тәрбиәләнеүселәре араһында өс йәштән алып алтмыш йәшкә тиклемдәр бар. Кемдәр менән генә эшләмәһен, һәр ваҡыт асыҡ күңел менән ижад итергә күнеккән. Яҡты уйлы кешеләр күңелендә генә емешле ижад тыуалыр ул. Ана, бөтә күңелен һалып тыуҙырған бейеүҙәрен нисек яратып бейей тәрбиәләнеүселәре!

Тормошта төрлө саҡтар була, киләсәктә үҙеңде яҡларға өйрән, тип өйрәтәләр ҡыҙҙы. Ата-әсәһенең уны шулай көслө итеп тәрбиәләргә тырышыуы артабан тормошонда бик кәрәк була. Хореография бүлегенә уҡырға килгәс тә, ҡаты тәртипкә еңел күнегә, физик әҙерлеге лә ҡыҙға ныҡ ярҙам итә.

- Ҡайһы бер тамашасылар беҙҙе матур костюмдар кейеп, сәхнәлә бейеп йөрөгәнде генә күреп, күңелле, рәхәт йәшәйһегеҙ, тиҙәр. Бейергә теләүселәрҙе өйрәтеү өсөн дә бик күп хеҙмәт итергә тура килә. Төрлө хәрәкәттәр яһағанда, тәндең бөтә мускулдары эшләй. Беҙ бының өсөн даими рәүештә кәүҙәбеҙҙең һәр өлөшөнә махсус күнекмәләр яһайбыҙ. Мәҫәлән, быға 30 минут тирәһе ваҡыт бүләм, һуңынан ғына бейергә тотонабыҙ. Минең тағы ла бер талап - ролгә инеп бейеү. Уҡыусыларыма, бейеүгә һалынған сюжетты тамашасыға еткерә алырға тейешбеҙ, тип өйрәтәм, - ти йәш педагог.

Ләйсән Илдус ҡыҙы әле лә үҙен бар өлкәлә һынап ҡарай, төрлө яҡлап үҫешә. Бейеүҙән тыш ул тайбо спорты менән шөғөлләнә. Ҡыш етеү менән һәр ял һайын тауға ашыға, сөнки ул сноуборд менән ҡыҙыҡһына. Гитарала уйнарға, бәйләргә, һүрәт төшөрөргә ярата. Йәйге каникулда ҡыҙ Анапала булып, эшләп тә, байтаҡ көс-дәрт туплап ҡайтҡан.

Яратҡан шөғөлөңдө аҡса табыу сығанағына әйләндер, үҙ мәктәбеңде ас, тиҙәр уға. Әммә көслө рухлы Ләйсән хыялдарын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра.


Читайте нас: