Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2018, 13:36

Ҡәләм оҫталары бәрәкәтле Ғафури ерендә

Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ғафури ере ошо көндәрҙә Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Күмертау, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Стәрлебаш, Федоровка ҡала-район гәзит-тәре редакция хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алды. Унда республика журналистарының көньяҡ район-ара ижади берекмәһе семинары үтте.

Форумда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, Журналистар союзы вәкилдәре ҡатнашты.

Көньяҡ район-ара ижади берекмәһе рәйесе Сибәғәт Рахманғолов сараны асып, Журналистар союзына инеүселәргә танытма тапшырҙы. Хәбәрсебеҙ Динә Ғәлиева ла берекмә ағзалары рәтен тултырҙы. Шулай уҡ конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулаған ҡәләм оҫталары Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.

БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урын-баҫары Марат Ғәзизов «Заманса шарттарҙа урындағы киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөк-лө йүнәлештәре», «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Венера Хәкимова гәзиттәрҙе һаҡлап алып ҡалыу һәм интернет ресурстар хаҡында һөйләп китте.

Семинарҙа ҡатнашыусылар яңы технологиялар барлыҡҡа килгәндә киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеге мәсьәләләре хаҡында ла аралашты. Журналистың һөнәри әҙерлегенән тыш, ваҡиғаларға, күренештәргә үҙ ҡарашы, фекере булырға, үҙе йәшәгән төбәктең тормошонда әүҙем ҡатнашырға тейеш. Яҙылыусыларҙы гәзиттәргә ылыҡтырыу маҡсатында артабан да үткер мәҡәләләр, дөрөҫ факттарға нигеҙләнгән оператив яңылыҡтар, йөкмәткеле аналитик мәҡәләләрҙе сығарыуҙы дауам итеү кәрәклеге тураһында ла әйтелде форумда. Ҡәләм оҫталары республиканан ситтә лә даны таралған «Дөйәғош фермаһы»нда ла булды.


Читайте нас: