Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2018, 13:41

Бөйөк көскә эйә мөхәббәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 5 октябрҙә Салауат театры үҙенең 86-сы миҙгелен Эсфир Йәһүҙиндың «Көтмәгәндә булған хәл» комедияһы менән аса. Режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев. Театр коллективы тамашасыға ниндәй бүләк әҙерләгән? Уның күңелен арбай алырмы? Актерҙарҙың үҙҙәре менән осрашҡас, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.

Дачала барған мажарала дүрт артист ҡатнаша, әммә ике состав әҙерләнә. Комедия булһа ла, уның нигеҙендә ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт, тоғролоҡ кеүек бик етди тема күтәрелә. Спектаклдә нимә тураһында һүҙ барыуын тулыһынса һөйләһәк, тамашасыға бик ҡыҙыҡ та булмаҫ. Шулай ҙа, бер аҙ серен сисеү ҡамасауламаҫ.

Сафаның (Фәтих Ҡолһарин, Риза Мәһәҙиев) бынамын тигән ҡатыны, балалары бар. Әммә аҙғын ир тыныс ҡына барған тормошона риза булмай, ситтән йәш ҡыҙҙар күҙләй. Нурия исемле сибәр ҡыҙҙы (Рәмзиә Мәҡсүтова, Нәркәс Йомағужина) оҡшатып, артынан йөрөй башлай. Эшенә килә, гөлләмәләр ташый. Бер көндө Сафа ҡыҙҙы үҙенең дачаһына саҡырырға була. Вокзалда ул балалыҡ дуҫы Ваҡифты (Рафаэль Ғәйнуллин, Мирас Йомағужин) осрата. Ул «ҡармаҡҡа» шәп ҡыҙ эләктереүе тураһында һөйләй, дачаға дуҫын да барырға өгөтләй. Бел, күршеләр ҡыҙыҡһына ҡалһа, һеҙ - ирле-ҡатынлы, тип киҫәтә. Ваҡиф тәүҙә дуҫына ла, һөйәркәһенә лә нәфрәт менән ҡарай. Уйнашта-а-а-р, тип йәне әсенә. Һуңынан ҡыҙҙың дачаға ни өсөн килгәнен белгәс, ҡарашы үҙгәрә, уға ғашиҡ булыуын һиҙмәй ҙә ҡала. Нурия дачаға ниндәй маҡсатта килә һуң? Быға яуапты спектаклде килеп күргәс белерһегеҙ. Онотоп торам, иң мөһим ролдәрҙең береһе - ул Сафаның ҡатыны Римма (Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина). Тап ошо ҡатын арҡаһында ғаилә усағы һаҡлап ҡалына, балалар атай терәгенән мәхрүм булмай. Ниндәй ҡарар ҡабул итә икән ул? Был да тамашасы өсөн сер булып ҡалһын.

Актерҙар шулай уҡ режиссер менән эшләүе үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы икәнен дә билдәләне.

- Илдар Вәлиевты беҙ күптән көтә инек. Ниһайәт, быйыл беҙгә бәхет йылмайҙы. Эшен яуаплы башҡарыуы, һәр нәмәне ентекле аңлатыуы эшебеҙҙе йәнлән-дерә. Матур, ябай, халыҡсан, шул уҡ ваҡытта көнүҙәк спектакль килеп сығырына ышанабыҙ, - тип үҙ фекерен белдерҙе актер Фәтих Ҡолһарин.


Читайте нас: