- Илдар Иршат улы, Салауат театры өсөн һеҙ сит кеше түгел, тиҙәр. Ғөмүмән, ҡала ла һеҙҙең өсөн ят түгел шикелле?
- Яҙмышым был театрға ғына түгел, ысынлап та, ҡалаға ла бәйле. Салауат - бала, үҫмер саҡтарым, йәшлек йылдарым уҙған ҡала бит ул. Миңә алты йәштәр булғанда атайым, Башҡортостандың халыҡ артисы Иршат Ғәлиулла улы менән артист әсәйем Зөлфирә Солтан ҡыҙын бында эшкә ебәрәләр, ғаиләбеҙ йәшлек ҡалаһына күсенеп килә. Тиҫтә йылдан ашыу ғүмерҙәрен ошо театрға бағышлай улар. Салауатта ун класты тамамланым, әрме сафтарына алындым. Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, яҙмыш еле тағы яратҡан ҡалама юлланы. Йүнәлтмә буйынса эшкә ҡайттым. Уйлай китһәң, бәйләнеш бер ҙә өҙөлмәгән.
- Ата-әсәйегеҙҙең икеһе лә сәнғәт кешеһе. Һеҙ ҙә артист булырға хыялландығыҙмы?
- Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ундай уйҙың башыма инеп сыҡҡаны ла булманы. Эйе, бәләкәйҙән ата-әсәйем менән гастролгә бергә йөрөр инек. Әммә бер ваҡытта ла, мотлаҡ артист булам, тигән маҡсат менән йәшәмәнем. Ә әсәйем мине тап ошо өлкәлә күрергә теләне.
- Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшегеҙгә ғашиҡ кеше икәнлегегеҙҙе республика тамашасыһы яҡшы белә. Сәхнәләге сағыу образдарығыҙ ҙа һөнәрегеҙгә мөкиббән китеүегеҙ тураһында һөйләй.
- Нәҡ шулай. Аппетит ашаған ваҡытта барлыҡҡа килә, тигән кеүек, киләсәктә театр тотош тормош мәғәнәһенә әүерелде.
- Танылыу яулаған актер икәнлегегеҙҙе беләбеҙ. Әммә әле һеҙ, башлыса, режиссер булараҡ яңы үрҙәр яулағанһығыҙ. Актерлыҡтан режиссерлыҡҡа күсеүегеҙ нисек килеп сыҡты?
- Шундай мәлдәр була торғайны, уйнаған ролдәремә һыймай башланым. Күңелем менән артабан үҫешергә кәрәклеген, үҙемде ниндәйҙер башҡа өлкәлә һынап ҡарарға тейешлегемде аңланым. Ролдәрҙе башҡарғанда ла йыш ҡына ошолайыраҡ эшләһәк нисегерәк булыр ине икән, тигән уйҙар күңелгә ингеләп оялай торғайны. Наил Ғәйетбаевтың «Хуш, мин китәм!» тигән пьесаһы тәүге режиссерлыҡ эшем булды. Шөкөр, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө түгел, киреһенсә, уңышлы килеп сыҡты. Тамашасы йылы ҡабул итте. Залдың шығырым тулы булыуы, халыҡтың спектаклде ҡабат-ҡабат һорауы үҙе ҙур баһа бит. Өлкәнәйеп тә, Дәүләт театр сәнғәте институтында биш йыл уҡыуым күп нәмәгә өйрәтте.
- Салауат театры яҙмышығыҙҙа ниндәй роль уйнаны? Ниндәй артистар менән эшләү бәхете тейҙе һеҙгә?
- Салауат театры бик бай тарихлы. Бынан арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Тап ошо театрҙа артист һөнәренең нескәлектәренә төшөндөм. Үҙ заманында Филарит һәм Ниса Бакировтар, Фәйзулла Бәхтейәров, художество етәксеһе булып килгән талантлы Вәзих Сәйфуллин менән эшләү бәхете тейҙе. Филарит ағайҙың уйнағанын тын да алмай ҡарай торғайным. Ҡайҙан килә шул тиклем һәләт? Уның һәр хәрәкәтен иҫемдә ҡалдырырға тырышыр инем. Шулай уҡ ғаилә парҙары Гөлшат һәм Рим Зыязет-диновтар, Зөһрә һәм Рим Әминевтар менән эшләү матур булып хәтергә уйылып ҡалған. Эшкә килгән йылдарҙа театр директоры булған Марс ағай Яппаровтың дуҫтарса мөнәсәбәте, ябайлығы, биргән кәңәштәре әле булһа иҫемдә. Тормошомда мөһим роль уйнаған тағы ике кешене билдәләп үтер инем. Улар - Рәшит Хужин менән Наил Кирәйев. Хәл иткес мәлдәрҙә ошо ике шәхестең ныҡлы яурынын, ярҙамын тойҙом.
- Салауат театрына режиссер булып саҡырыуҙы нисек ҡабул иттегеҙ? Бөгөн һеҙ театрҙа Эсфир Йәһүҙиндың «Көтмәгәндә булған хәл» комедияһын ҡуяһығыҙ. Ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ?
- Бик ҡыуандым был хәбәргә. Салауат театры менән былай ҙа даими аралашып торабыҙ. Улар беҙгә гастролдәр менән килһә, мотлаҡ осрашабыҙ, хәл-әхүәл белешәбеҙ. Ә шулай ҙа йылылыҡ бөрккән театрҙа яҡын таныштарың менән эшләү мөмкинлеге үҙе бер ҙур ҡыуаныс. «Көтмәгәндә булған хәл» миңә яҡын әҫәр, уны күп тапҡырҙар ҡуйҙыҡ. Комедия булһа ла, ул бик етди проблемалар күтәрә. Әҫәр тамашасыға яҡын, күңелгә ятышлы.
- Әҫәрҙең бер аҙ серен асмаҫһығыҙмы икән?
- Мажара дачала була. Ғаиләле ир йәш ҡыҙҙың башын әйләндерә. Бер көндө уны дачаға саҡыра. Вокзалда һөйәркәһен көткән егет көтмәгәндә бергә уйнап үҫкән дуҫын осрата. Күңел асырға уны ла үҙе менән бергә барырға өгөтләй. Ҡатыны һиҙеп-нитеп ҡуя ҡалһа, дуҫымдың кәләше, тип әйтермен дә ҡуйырмын, тип уйлай. Иң ҡыҙығы шул, дуҫы менән был ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ була. Йәш ҡыҙҙың ҡосағында ирергә хыялланған теге ир... Аҙағын 5 октябрҙә, спектаклгә үҙегеҙ килеп ҡарағас, белерһегеҙ.
Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ.