газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2018, 11:05

АҠ КҮҢЕЛЛЕ АҒИНӘЙҘӘР АҠ ҠОР ЙЫЙҘЫ МӘЛӘҮЕЗДӘ

Йәйҙең һуңғы көнөндә мәләүездәр сағыу ваҡиғаның шаһиты булды.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың ун район-ҡалаһы вәкилдәре ҡатнаш-лығында Ағинәйҙәр йыйыны үтте. Форумға райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ҡоролтайҙың урындағы башҡарма комитеты ағзалары, туған тел уҡытыусылары йыйылды. Сарала Салауат ҡалаһының “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла әүҙем ҡатнашты.

Йыйынды район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова асты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева, яҡташ шағирыбыҙ, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин, мәҙәни-ял үҙәге директоры Булат Биков сығыш яһаны.

- Бындай кимәлдәге форум республиканың төрлө төбәктәрендә үткәрелеп, йәмәғәт ойошмаһының үҙе кеүек үк, йылдан-йыл билдәлелек һәм абруй яулай бара, - тип, үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты, Салауат ҡалаһынан килгән делегация етәксеһе, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова. - Ағинәйҙәр алып барған изге эштәрҙең бөгөнгө заманда ҙур әһәмиәткә эйә булыуын танымай мөмкин түгел. Улар ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү менән генә шөғөлләнмәй, ә халҡыбыҙҙың булмышы, рухиәте, көнкүреше буйынса йәш быуынға тәрбиә биреү, асылыбыҙға ҡайтарыу буйынса ла баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара.


Читайте нас: