газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Август 2018, 10:40

Үҙе актер, каскадер, уҡытыусы һәм дә башҡорт рухлы шәп егет!

Үткән аҙнала режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи-художестволы фильмын төшөрөү эштәре тамамланды. Уның исем туйы 2019 йылдың март айына билдәләнгән. Проект өсөн рес-публика бюджетынан 9 миллион һум аҡса бүленгән.

Фильмдың нигеҙендә - респуб-ликаның тарихы, ғалимдарҙың, шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың яҙмышы. Ул 1920-1950 йылдарҙың тарихи осорон үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар фильмдың геройы - “Башҡортостан” гәзитенең тәүге баш мөхәррирҙәренең береһе Ҡасим Аҙнабаев образы аша күрһәтеләсәк. Был ролде Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, сәхнә хәрәкәте һәм фехтование уҡытыусыһы, актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев башҡарасаҡ. Һеҙгә уның менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

- Үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

- Мин Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуғанмын. Мәктәптә уҡыған саҡтарҙа үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡараным. Думбырала сиртергә, ҡурай һәм ҡумыҙҙа ла уйнарға өйрәндем, бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм. Сәнғәткә һөйөүем Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килде. 2009 йылда был уҡыу йортон тамамланым. Милли йәштәр театрында 2,5 йыл эшләгәс, Мәскәү ҡалаһына аспирантураға уҡырға инергә юлландым.

- Актер һөнәрен һайлағас, икеләнеүҙәр һәм ҡыйынлыҡтар булманымы?

- Юҡ, икеләнеүҙәр булманы. Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға кергәс, тормошомдо сәнғәт менән бәйләргә әҙер булыуымды тойҙом. Институтта театр актеры мәктәбе бик көслө. Мин Таңсулпан Бабичева курсында уҡыным. Уҡығанда уҡ тормош ауырлыҡтарын сәхнәгә сығармаҫҡа өйрәттеләр.

- Һеҙ актермы, каскадермы, уҡытыусымы?

- Рәсәй театр сәнғәте институтында һәм Бөтә Рәсәй дәүләт киноматография университетында сәхнә хәрәкәте һәм фехтование дәрестәре алып барам. 2012 йылдан алып актер-каскадер булараҡ киноға төшә башланым. Рәсәй каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһымын. Әлеге мәлдә 70-тән ашыу картинала трюктар һәм фехтование күренештәрен ойоштороуҙа ҡатнаштым. Шулар араһында «Викинг», «Екатерина II», «Айҙың кире яғы-2», «Алтын Урҙа» һәм башҡалар. Киноға әҙерлектә артистарҙы ҡылыс менән һуғышыу алымдарына өйрәтәм, аҙаҡтан фильмда улар менән алышам. Һәр һөнәрем күңелемә яҡын.

- Һәр төрлө ролдәрҙе лә еңел башҡара алаһығыҙмы?

- Әлегә актер һөнәрен үҙләштереү өҫтөндәмен. Ниндәй роль бирһәләр, бөтәһен дә уйнап ҡарар инем. Мәскәүҙә йәшәһәм дә Милли йәштәр театрында Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» спектаклендә уйнаным, алты йыл йөрөп эшләнем. Әлбиттә, Ромео роле аша үҙемде күп яҡтан астым. 2016 йылда Башҡортостанда «Бабич» фильмында төшөргә насип булды. Унда мин 1-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Әмир Ҡарамышевты уйнаным.

- Һеҙ «Беренсе республика» фильмында төп ролде башҡараһығыҙ. Был фильм тураһында тәьҫораттарығыҙ.

- Ошо көндәрҙә киноны төшөрөү тамамланды. Әлеге мәлдә монтажлау һәм тауышлы итеү, композитор тарафынан музыка яҙҙырыу эштәре бара. Алла бирһә, кинотаҫманы республиканың 100 йыллығына тамашасы хөкөмөнә сығарыу ҡаралған.

Тәүҙәрәк ролде күтәрә алырмынмы икән, тигән уйҙар булды, әлбиттә. Әммә Өфөгә ҡайтып, фильм төшөрөлә башлағас, ундай уйҙар юҡҡа сыҡты. Ысын күңелдән әйтәм, ижади коллектив менән эшләү бик оҡшаны. Башҡортостан менән һаман да йылы ижади мөнәсәбәттә булыуыма сикһеҙ шатмын.

- Сер булмаһа, ғаиләгеҙ тураһында бер нисә һүҙ.

- Тормош иптәшем Лилиә Өфө ҡалаһынан. Ҡыҙыбыҙ Нәргизәгә 3 йәш. Ғаиләбеҙ менән Мәскәү ҡалаһында йәшәйбеҙ.

- «Салауат» гәзите уҡыусыла-рына теләктәрегеҙ.

- Үҙ телебеҙҙәге гәзитте күберәк яҙҙырһындар ине. Киң мәғлүмәт саралары башҡорт телен пропагандалау менән киләсәк быуында әсә теленә һөйөү тәрбиәләй. Ата-әсәләргә теләгем шул, балаларын үҙ телендә һөйләшергә өйрәтһендәр. Туған телде һаҡлау, үҫтереү - һәр башҡорттоң төп бурысы, тип уйлайым. Мәҫәлән, ҡыҙымдың теле башҡортса асылды. Өйҙә уның менән үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Телебеҙҙе һаҡлау иң тәүҙә үҙебеҙҙән тора. Бишектән үк балаларыбыҙға үҙебеҙҙең телде, моңдо өйрәтәйек.

- Роберт Әхмәт улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ысынлап та, ижадығыҙ күптәргә өлгө булырлыҡ, тик һоҡланыу хистәре генә уята. Эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын!


Читайте нас: