газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2018, 10:43

Кино ҡарайбыҙ икән

Һуңғы ваҡытта кино сәнғәтенә апаруҡ иғтибар бүленә башланы. Был дөрөҫ тә, юғиһә, кинотеатр залдарының бушауын көт тә тор. Ана, теле­ви­зорҙан да, интернет аша ла сериалдарҙың ниндәйен генә тәҡдим итмәйҙәр. Уныһы шулай, әммә киноны ҙур экрандарҙан ҡарау бөтөнләй икенсе күренеш. Шуға ла, тамашасыларҙы ылыҡтырырға, уларға уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенең күптән түгел үҙенең маҡтанырлыҡ кинозалы барлыҡҡа килде.

- Кино сәнғәтенә гранттар бүленеүе - шатлыҡлы күренеш. Былтыр “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында иғлан ителгән Грантҡа эйә тип табылды. Бер аҙҙан Кино фонды менән килешеү төҙөлдө һәм кинозалды ҡайтанан йыһазландырыуға 5 млн һум аҡса бүленде. Хәҙер беҙ халыҡҡа 3D ҡорамалында илебеҙҙә төшөрөлгән киноларҙы күрһәтеү мөмкинлегенә эйәбеҙ, - тип һөйләй үҙәктең директоры Суфия Етеханова.

Май урталарында беҙҙекеләр Ека-теринбург ҡалаһында уҙғарылған “ВедуКиноБизнес” дөйөм Рәсәй кино-форумында ҡатнаша. Уны “Кинотеатрҙар селтәре - Премьер-Зал” йәмғиәте эре кино селтәрҙәре уҙғара. Электрон аукцион һөҙөмтәләре буйынса, Екатеринбургтан шәхси эшҡыуар С.Е.Рогозин “Ағиҙел”дең кинозалын ҡайтанан йыһазландырыуға еңеүсе тип табыла. Улар май аҙаҡтарында эшкә тотона һәм июнь баштарына зал әҙер булды. Килешеү шарттарына ярашлы, мәҙә-ни-ял үҙәге тамашасыларға матур, тәрән мәғәнәле фильмдар күрһәтергә тейеш.

Зал рәсми рәүештә 23 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла. Кинозалды туйлап, “Принцесса һәм аждаһа” фильмы күрһәтелә. Теләге булған һәр кем килеп, кинозал менән таныша ала, тормош ығы-зығыһынан арынып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтасаҡ. Был тамаша балаларҙың да күңеленә хуш килер.


Читайте нас: