Шулай ҙа китапхана белгестәре һәр ваҡытта ла халыҡты китап уҡыуға йәлеп итеүҙең яңы алымдарын табыу өҫтөндә эшләй. Ошо маҡсатта үҙәк китапхананың халыҡты хеҙмәтләндереү бүлеге «Уҡыусы ҡала» проектын әҙерләп тормошҡа ашыра. Нимәһе менән ҡыҙыҡлы һуң ул? Китапхана белгесе Йәзилә Хәлимова билдәләүенсә, улар төрлө саралар, рекламалар ярҙамында кешеләрҙең китап уҡыу әүҙемлеген арттырырға тырыша. Быйыл, айырыуса йәйге осор, ҡыҙыҡлы акцияларға бай булған. «Уҡы, ҡалам» буккроссинг акцияһы, танып-белеү - уйын формаһындағы «Китапхана ихатаһы», мәҙәниәт һәм ял паркында «Уҡыусы эскәмйә» проекты шулар иҫәбендә. Китап уҡыусылар менән айырым эшкә лә ҙур иғтибар бүленә. Китапханаға килеүселәргә ҡыҙыҡлы, фәһемле әҙәбиәт менән танышыу буйынса кәңәштәр би-релә, китаптар һайлап алыу өсөн күргәҙмәләр ҙә ойошторола.
- Кешене китап уҡы-май, тиҙәр. Бер нисә сәғәт эсендә 150-гә яҡын баҫманы таратып алдылар. Бигерәк тә халыҡ психология, клас-сик әҙәбиәт менән ҡы-ҙыҡһына, - ти китапха-насы Йәзилә Хәлимова.