газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июль 2018, 13:47

Батыр исеме онотолмаҫ

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл уҙҙы. Уның тере шаһиты булған ветерандар йылдан-йыл кәмей. Батырлыҡтары тураһында һөйләргә орден-миҙалдары, хаттары, архив документтар ғына ҡала. Күптән түгел яҡташыбыҙ Ҡорбан Ишмөхәмәтовтың туғандары ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына уның орденын тапшырҙы.

Ҡорбан Ишмөхәмәтов Аллағыуат ауылында тыуған. Һуғыш башланғанға тиклем Ишембайҙа 401-се заводта кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй. Яуаплы хеҙмәткәрҙең «брондә» ҡалырға мөмкинселеге була. Әммә егет, һуғыш башланғандың тәүге мәлдәренән үк фронтҡа алыуҙарын үтенеп, етәкселектең тупһаһын тапай. Тик 1943 йылда ғына ризалыҡ ала. Туғандарының, яҡындарының өгөтләүҙәренә ҡарамай, Тыуған илен һаҡларға юллана. Беренсе Украина фронтында алыша, уҡсылар взводы командиры була, йәнен аямай дошмандарға ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғаныс, һуғыш аяуһыҙ, бер кемде лә йәлләмәй, Еңеүгә ни бары өс ай ҡалғас, 1945 йылдың февралендә батырҙарса һәләк була. Ҡаһарманлығы өсөн «II дәрәжә Ватан һуғышы» ордены менән бүләкләнә. Лейтенант Ишмөхәмәтов Германияла «Туғандар ҡәберлеге»ндә ерләнгән.

- Олатайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Еңеү көнөн яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән, ғүмерен аямай көрәшкән. Иңдәренә төшкән ауырлыҡты лайыҡлы күтәргән. Тыныс тормош яулаған ветерандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ни өсөн музейға бүләк итергә булдыҡ? Сөнки музей - кешелектең хәтер һандығы. Килгән һәр кем яҡташтарының ниндәй батырлыҡ күрһәтеүен, ҡайҙа хеҙмәт итеүен белер. Ҡәҙерлебеҙҙең ордены музей түрендә балҡып торорона ышанабыҙ, - ти геройҙың ейәнсәре Эльвира Кантюкова.

Ҡорбан Ишмөхәмәтовтың улы Ринат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа юҡ. Шуның өсөн был яуаплы бурысты яугирҙең килене Венера Ишмөхәмәтова атҡарҙы.

Бер нисә китап авторы, яҡташтарының, ватандаштарының яҙмышына битараф булмаған Рәфҡәт Зөбәйеровтың уҙған саралағы өлөшө бик ҙур. Тап Рәфҡәт Мөхтәр улы һалдаттың хәрби юлы менән ҡыҙыҡһына, уйлана. Документтарын егерме ике йыл эҙләй. Һәм, ниһайәт, мораҙына ирешә. Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа һәләк булыуын, ҡайҙа ерләнеүен, орден-миҙалдарының документтарын таба. Ошо ҡағыҙҙарҙы был көндө ул музейға тапшырҙы.

- Был шәхестең батырлығы тураһындағы мәғлүмәткә тәүге тапҡыр мәктәп музейында булған саҡта күҙ һалдым. Уның Германияла ерләнеүен белдем. Мине армия хеҙмәтенә Германияға ебәрҙеләр. Ветерандың ерләнгән урынын табып, сәскәләр һалыуҙы тәү бурыс итеп ҡуйҙым. Алынған документтар буйынса, ул Германиялағы Квейс йылғаһындағы Чибсдорф ауылында ерләнгән булырға тейеш ине. Эҙләйем, таба алмайым. Хәтһеҙ ваҡыттан һуң ғына, 1945 йылда Сталиндың Көнсығыш Пруссияны өскә бүлеп, өстән бер өлөшөн Советтар Союзына, ә өстән ике өлөшөн поляктарға биреүен асыҡланым. Ә поляктар ауылдың да, йылғаның да исемен үҙгәрткән. Ҡорбан Ишмөхәмәтов тап поляктар яғына эләккән, - тип һөйләне Рәфҡәт Мөхтәр улы.

Сара барышында һалдаттың яҙған хаттарынан өҙөктәр уҡып ишеттерелде, туғандары, яҡындары ла уның тураһында ғорурланып һөйләне.


Читайте нас: