газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июль 2018, 12:00

Ҡурай моңо тарих һөйләй, Зыңлай, туҡтамай

Июнь айында Йылайыр ерендә мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуының 90 йыллығына арналған республика конкурсы уҙҙы. Ул ҡурай, думбыра, ҡылҡумыҙҙа иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡланы. Гала-концертта иң-иңдәре тип танылғандар сағыу сығыш яһаны.

Конкурсты тантаналы ябыу кисәһендә республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, ҡурайсының ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова ла бар ине. Сарала Марий-Иле республикаһынан, Санкт-Петербург, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Учалы, Благовещенск, Салауат ҡалаларынан, республика райондарынан 252 кеше ҡатнашты. Конкурс төрлө номинациялар буйынса өс йәш категорияһында уҙғарылды.

Мәртәбәле бәйгелә ҡалабыҙҙың Владимир Спиваков исемендәге йәш таланттар мәктәбендә тәрбиәләнеүсе Айрат Темировтың да ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Улай ғына ла түгел, Айрат икенсе дәрәжәле лауреат исемен алыуға ирешкән.

- Ижади ярыш халҡыбыҙ, айырыуса йәш быуын өсөн бик кәрәкле сара. Байрам бик шәп уҙҙы. Милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығы йылдан-йыл күтәрелә, бәйгеселәр араһында балалар, йәштәр, ғаиләләр күп. Республикабыҙҙа төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылы айҡанлы, быйыл конкурста ғаилә ансамблдәренең сығыш яһауы ла һоҡландырҙы. Айраттың шул тиклем күп ҡатнашыусы араһынан икенсе урынды алыуы ҡыуандыра. Алдағы көндәрҙә уның тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләүен күрергә яҙһын, - тине йәш таланттың уҡытыусыһы Вәсил Темиров.

Айраттың үҙенән:

- Шундай ҙур бәйгелә ҡатнашырға ҡурҡманыңмы? Конкурс һиңә нимә бирҙе? - тип һорайым.

- Әҙерәк тулҡынландым, әлбиттә. Әммә үҙемде лайыҡлы тоторға тырыштым. Икенсе дәрәжәле лауреат исеме бирелеүенә шатмын. Башҡаларҙың нисек уйнағандарын күрҙем, минең өсөн оло дәрес булды. Ҡурай - ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Элек-электән унда сәсәндәребеҙ уйнаған, быуындан-быуынға тапшырған. Шуның өсөн беҙ, йәш быуын, уны оноторға тейеш түгел, - тине ҡурайсы егет етдилек менән.


Читайте нас: