Ойоштороусыларҙың ентекле әҙерлеге әллә ҡайҙан һиҙелә. Ҡунаҡтарҙы тышта уҡ ҡаршы алдылар. Берәүҙәр музыка колледжының «Бронза ҡанаттар» тынлы ансамбленең төрлө композицияларын тыңлаһа, икенселәр рәссам һәм дизайнер Лилиә Яковлева менән бергә картина-эмблеманы булдырыуға үҙ өлөшөн индерер-гә маташты. Бина эсендә лә йылы мөхит булдырылған. Унда ҡала рәссамдары Ришат Хәйбуллин менән Рөстәм Вәлиев тәьҫирләнеп йыйылыусыларҙың күҙ алдында ҡа-ланы төшөрә ине. Әҙер картиналарға ҡарап һоҡланыуға ҡарағанда, картинаның донъяға килеү процесына ысын шаһит булыу бөтөнләй башҡасараҡ. Шуныһы ҡыуаныслы - күргәҙмәгә 100-гә яҡын кеше килгәйне. Улар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары рәссамдары бар. Са-лауат балалар сәнғәт мәктәбенең йәш талант-тары һәм «Ассоль» балалар студияһы тәр-биәләнеүселәре лә ситтә ҡалмаған. Күргәҙмә шул тиклем бай йөкмәткеле, һәр кемдең күңеленә хуш килде. Йыйылыусылар ҡаланың иҫтәлекле урындары, иҫке ҡала-ның архитектураһы, билдәле шәхестәренең портреттары менән таныша алды.