газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь 2018, 13:30

Журналистар - Ҡариҙел ерендә

Ҡариҙел районының Павловка һыу һаҡлағысы буйында урынлашҡан «Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында журналистар фестивале ойошторолдо.

Сара һигеҙенсе тапҡыр үткәрелде. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған журналистар фестиваленең быйылғы төп темаһы - «Телде, мәҙәниәтте, этносты һаҡлау ҡоралы булараҡ милли матбуғат». Фестивалде БР Башлығы Хакимиәт етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов, Ҡариҙел районы башлығы Илдар Ғәрифуллин, БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һәм башҡа юғары ҡунаҡтар асты.

Был байрам - журналистар берләшмәһенә проблемаларҙы тикшереү һәм ҡаҙаныштарҙы барлау, киләсәккә пландар билдәләү өсөн яҡшы мөмкинлек ул. Фестиваль барышында «түңәрәк өҫтәл»дәр, фекер алышыуҙар уҙғарылды. Уларҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге белгестәр ҡатнашты, яңы формалар һәм эш алымдары, киң мәғлүмәт сараларында милләт-ара мөнәсәбәттәр проблемаларын сағылдырыу үҙенсәлектәре, этно-мәҙәни йүнәлештәге медиа-проекттарға ярҙам мәсьәләләре тикшерелде.

Фестиваль сиктәрендә һәр ижади берекмә төрлө милли тәмлекәстәр әҙер-ләгәйне. Бынан тыш, спорт уйындары ла ойошторолдо. Журналистарҙы ҙур аралашыу майҙанына йыйған сара бик күңелле үтте, барыһында ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә ойоштороусылар ҡәләм оҫталарының сираттағы һабантуйын үткәреү майҙаны тураһында уйлана.


Читайте нас: