Көндәр матур торғас, ғаилә менән паркта һөйләшергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Йорттан бер-бер артлы балалар йүгереп килеп сыҡты: Тимерхан, Хәҙисә, Хазина. Ҡалай матур, үҙебеҙҙең тәрән мәғәнәле башҡорт исемдәре. Улдары дүртенсене тамамлаған, уртансы ҡыҙҙары быйыл мәктәпкә бара, ә бәләкәстәренә ике йәш тә юҡ әле. Балалар йорт алдындағы майҙансыҡта уйнай башланы, ә беҙ әңгәмәләшеүгә күстек.
Рафаэль Ғәйнуллин - Күгәрсен районы егете. Мәктәптә уҡыған йыл-дарында уҡ шиғыр яҙа, йырҙар йырлай, бейей, ғөмүмән, бер генә мәҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Шулай килеп сыға, 9-сы, 10-сы, 11-се кластарҙы ул Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла тамамлай. Артист булырға уйы ла булмай, әммә бер осраҡ яҙмышын хәл итә.
- Бер төркөм уҡыусылар Наил Ғәйетбаевтың «Төн» драмаһын ҡуйырға әҙерләнәләр. Миңә бер кабинеттан асҡыс кәрәк ине. Репетиция барған залға шым ғына индем дә, сығып китеп барам. Шунда мине туҡтатып: «Кил әле, кил, һиңә хәҙер бер роль бирәбеҙ, шуны уйнарһың», - тинеләр. Аптырап ҡалдым. Кире образ ине, ләкин мин уны шул тиклем бирелеп уйнаным. Спектакль тамамланғандан һуң, залда ултырыусы абруйлы апай-ағайҙар, шул иҫәптән Наил ағай Ғәйетбаев саҡырып алып: «Ҡустым, һинең урының театрҙа. Яҙмышыңды сәнғәт менән бәйләргә тейешһең», - тинеләр. Шулай килеп сыҡты ла, - тип һөйләй йәш актер.
Өфө сәнғәт академияһында уҡыуын тамамлағандан һуң, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Салауатҡа эшкә ебәрелә ул. Быйыл 12-се миҙгелен тамамлаған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән. Бер түгел, хатта ике тапҡыр «Йыл актеры» исеменә лайыҡ була, даими төрлө фестиваль-конкурстарҙа дәрәжәле урындар ала, эше етәкселек тарафынан юғары баһалана. Рафаэль Фердинант улы йырҙар ҙа яҙа, балалар әкиәттәрен ҡуя һәм тағы күп һәләткә эйә булған ир-азаматы. Уның «Шулай булды шул»дағы Алмаз, «Ай тотолған төндә» Аҡъегет, Зәйтүнгөл»дә Булат, «Глумов»та төп роль Глумов һәм башҡа бик күптәре менән танылыу яулай.
Рәмзиә Мәҡсүтова - Йылайыр районы ҡыҙы. Өс ағаһы араһында иркәләнеп кенә үҫкән берҙән-бер ҡыҙ бала. Шулай булһа ла, ата-әсәһе уны эшһөйәр, кешелекле итеп тәрбиәләй. Ҡыҙ бәләкәйҙән йыр-бейеүгә маһир була, клуб эшселәре менән концерттарға йөрөй. Әсәһенең бейек үксәле туфлиҙарын, сағыу күлдәктәрен кейеп, ирендәренә иннек һөртөп, сәстәрен бөҙрәләтеп көҙгө алдында өйөрөлөргә ярата, үҙен артист ролендә хис итә. Шул ваҡыттарҙа: «Их, әртис кешегә ҡалай рәхәт!» - тип уйлап ҡуя. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, ата-әсәһе уға: «Артист тормошон һайлама, тип әйтмәйбеҙ. Үҙең ҡара, тормошта ауырға тура киләсәк. Ғаиләңдә аңлашылмаусанлыҡтар тыуы-уы бар», - тип киҫәтә.
Бер шулай, ата-әсәһе туйға китә. Ҡыҙ район гәзитендә күрше ауылға Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумынан имтихан алырға килеү-ҙәре тураһында иғлан күреп ҡала. Йыйына ла, юлға сыға, һынауҙарын тапшырып ҡайта.
- Ата-әсәйемә бер нәмә лә өндәшмәнем. Уҡырға керә алһам, әйтермен, инә алмаһам - юҡ, тип үҙемде тынысландырҙым. Оҙаҡ та үтмәне, уҡырға саҡырабыҙ, тигән хат килде. Яҡындарым ҡаршы килмәне, әммә тәүҙә әйткәндәрен тағы бер тапҡыр иҫемә төшөрҙөләр. Сәнғәткә юлым шулай башланды, - ти Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы.
Техникумда бер йыл уҡығандан һуң, ҡыҙҙың һәләтен һиҙеп ҡалған уҡытыусылары: «Рәмзиә, һин юғарыраҡ ерҙә белем алырға тейешһең. Кисекмәҫтән Өфөгә юлланырға кәрәк», - ти. Ҡыҙ шулай эшләй ҙә. Бөтә имтихандарын уңышлы тапшыра, әммә буйы бәләкәй булыу сәбәпле, кире яуап ала, көҙөнә ҡабаттан килеп ҡарарға кәңәш итәләр. Сәмле ҡыҙ көҙгә тағы баш ҡалаға юллана, барыбер мораҙына ирешә.
Уҡып йөрөгән йылдарында буласаҡ тормош иптәше Рафаэль менән танышалар.
- Икенсе курста уҡыған саҡ, әхирәтем менән дөйөм ятаҡҡа ҡайтырға сыҡтыҡ. Институт фойеһында гитарала уйнап, йырлап ултырған егеткә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Дим Мәннәндең йырҙарын яратам, шуға күрә гитара тотҡан егеттәргә ҡыҙыҡһыныу айырыуса көслө була торғайны. «Ҡалай сибәр егет, тауышы ла моңло», - тип уйлап ҡуйҙым. Йәшлек бит инде, төрлө ырым-фәләнгә ышана торғайныҡ. Был юлы ла, әгәр дөйөм ятаҡҡа ҡайтып еткәнсе “777” номерлы өс машина осраһа, мин ошо егеткә кейәүгә сығасаҡмын, тип яҙмышымды юрап ҡуйҙым. Ышанырлыҡ та түгел, әммә тап шулай булды ла. Оҙаҡламай Рафаэль менән танышып-дуҫлашып киттек, - ти Рәмзиә.
Ҡыҙ уҡыуын уңышлы тамамлай, Милли йәштәр театрына эшкә урынлаша. Салауат театрында эшләп йөрөгән егет һөйгәнен үҙе янына килергә өгөтләй. Күнә ҡыҙ, бында күсеп, уңышлы ғына эшләп китә. Ниндәй генә роль бирелмәһен, яратып, күңелен һалып башҡара. Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙына ла ике тапҡыр «Йыл актеры» исеме бирелә. Иларға, йә булмаһа көлөргә, уйландырырға мәжбүр иткән ролдәре менән тамашасы күңелен арбай актриса. «Ете ҡыҙ»ҙа Нәғимә, «Ул ҡайтты»ла Рәүиә, «Ҡырмыҫҡа иләүе»ндә Рима һәм тағы әллә күпмеләре аша таныш ул халыҡҡа.
Бәхетле парҙан: «Икегеҙ ҙә сәнғәт кешеһе. Был ауырлыҡтар тыуҙырмаймы?» - тип һорайым.
- Беҙ - тормошта ла, ижадта ла бергә. Рәхәтләнеп эшләп, бергәләп ҡайтып инәһең, өйҙә лә шул турала һөйләшәһең. Икебеҙ ике өлкәлә булһаҡ, бер-беребеҙҙе нисек аңлашыр инек, тип ҡуябыҙ ҡай саҡ, - тине Ғәйнуллиндар бер тауыштан.
Әйтеп үтеүебеҙсә, татыу ғаиләлә өс бала үҫә. Ғәйнуллиндар уларҙы аҡыллы, тәүфиҡлы, кешелекле итеп, милли рухта үҫтереүгә бөтә көсөн һала. Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр ти-гәндәй, балаларығыҙҙы киләсәктә кем итеп күрергә теләйһегеҙ? - тим.
- Һөнәрҙе һәр кем күңел ҡушыуы буйынса һайларға тейеш. Яратмаған эштә үҙеңде ыҙаларға ярамай. Тимерхан әле артист булам, ти ҙә ул, үҫкәнсе уйҙары ҡырҡҡа төрлөләнер әле. Хәҙисә акробатика менән шөғөлләнә, театрҙы ла ярата. Хазинабыҙ әлегә бәләкәй. Улай тиһәң дә, тыуғандан алып театрҙа, тип әйтергә лә мөмкин. Өс айлыҡ ҡына ине, Ырымбурға гастролгә сығып киттек. Кем белә, яҙмышы нисек булырын. Балаларҙы бәләкәй саҡта бергә алып йөрөнөк, хәҙер улыбыҙ уҡырға төшкәс, өйҙә ҡалалар, ике яҡлап та ата-әсәйҙәр ярҙам итә, - ти йәш пар.
Ығы-зығылы, тынғыһыҙ артист тормошонан ҡурҡмаған, өс сабыйға ғүмер бүләк итеп, уларға бар һөйөүен биргән мөхәббәтле ғаилә һоҡланыу уята. Балалары ла үҙаллылыҡҡа өйрәнеп бөткән. Әле лә әңгәмәбеҙ тамамланыу менән Рафаэль сәхнәгә сығарған «Күңелле Эльф» әкиәтен кескәй тамашасы алдында ҡуйыу өсөн Ғәйнуллиндар Мәләүез ҡалаһына ашыҡты. Ғәзиздәре уларға хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды.