газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2018, 18:32

Боронғо яҙмалар тарих һаҡлай

Май аҙағында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙҙы. Рәсәйҙә ул 1991 йылдан дәүләт байрамы статусына эйә.

Был саранан үҙәкләштерелгән китапхана ла ситтә ҡалманы. Уҡыу залында үҫмерҙәр өсөн мәғлүмәти видео-сәғәт уҙғарылды. Виртуаль сәйәхәт ҡылып, уҡыусылар яҙманың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, славян яҙмаһын уйлап табыусы Кирилл һәм Мефодийҙың эшмәкәрлеге тураһында күпте белде. Элекке китаптар һәм китапханалар ниндәй булған, тәүге баҫма китап Рәсәйҙә ҡасан, кем тарафынан сығарылған, кириллица менән ҡайһы бер заманса телдәр араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар - Рәсәйҙәге яҙмалар тарихы буйынса үткәрелгән викторинала балалар әүҙем, теләп ҡатнашты. Сара фәһемле булды.


Читайте нас: