газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2018, 18:27

100 йыллыҡҡа - яңы фильм

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары ошо көндәрҙә республиканың 100 йыллығына арналған «Беренсе Республика» фильмында төшә.

Проект авторҙары фильмдағы тарихи персонаждар аша республиканы ойоштороуға күп көс һалған шәхестәр исемен, уларҙың эшмәкәрлеген асырға уйлай. Кинола Ғабдулла Амантай, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Дауыт Юлтый, Фәйзи Ғәскәров кеүек тарихи образдарҙы күрергә мөмкин буласаҡ. Сәйфи Ҡудаш ролендә - артист Әмир Үтәбаев, Ғариф Ғүмәрҙе Риф Мусин башҡара. Афзал Таһировты уйнау Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһаринға йөкмәтелгән. Шулай уҡ артистарыбыҙ Радик Ғәлиуллиндың, Рәмзиә Мәҡсүтованың, Нәүфилә Яҡупованың, Риза Мәһәҙиевтың, Ринат Ибәтуллиндың ҡатнашыуы көтөлә. Улар ҙа тарихи образдарҙы сағылдырасаҡ. Киноның режиссеры - 12-нән ашыу күп метражлы картиналар авторы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, Рәсәй кинематографистары Союзы ағзаһы, “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” Булат Йосопов. Проект өсөн республика бюджетынан 9 миллион һум аҡса бүленә.

- Фильм персонаждарының һәр береһе үҙ дәүеренең ысын геройҙары. Беҙ уларҙы бөгөнгө йәштәргә күрһәткебеҙ килә, - ти сценарий авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.


Читайте нас: