Был йәһәттән ҡаланың музыка һәм Спиваков
исемендәге мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр
бәхетлелер, моғайын. Уларға уҡытыусылары Вәсил Темиров ҡурай уйнауҙың бөтә нескәлектәрен өйрәтә. Күптән түгел улар мәртәбәле конкурста ла еңеп ҡайттылар әле. Октябрьский ҡалаһында мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамында 90-дан ашыу ҡурайсы ҡатнаша. Шуларҙың 34-е - 12 йәшкә, 30 ҡатнашыусы - 16 йәшкә тиклемгеләр, ҡалғандары 16 йәштән өлкәнерәктәр. Республика ҡала-райондарынан 16 ансамбль бара. Беҙҙең ҡала намыҫын яҡлап «Юлдаш» ҡурайсылар ансамбле сығыш яһай. Йәмғеһе бәйгегә һигеҙ уҡыусы бара, шуларҙың дүртәүһе - Суфия Нурлыева, Ролан Кәримов, Алмаз Хәсәнов, Айрат Темиров - яңғыҙ башҡарыусылар.
- Башҡорт халыҡ ҡоралында уйнаусылар жюриҙы репертуар менән генә түгел, ә уйналған көйҙөң тарихын, легендаһын белеү менән дә хайран ҡалдырырға тейеш ине. Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр баһаланы. Конкурс нисәмә йылдар уҙғарыла, әммә унда ҡала маҡтаулы урындар алғаны юҡ ине әле. Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл буш ҡул менән ҡайтманыҡ. «Юлдаш» ансамбле, Алмаз Хәсәнов конкурс дипломанттары тип танылды. Ә Айрат Темиров өсөнсө дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды. Был бик юғары баһа, - тип һөйләй уҡытыусылары Вәсил Булат улы.
Айрат ҡурай түңәрәгенә сентябрҙән башлап ҡына йөрөй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, юғары һөҙөмтәгә ирешеп тә өлгөргән. 36 ҡатнашыусы араһында өсөнсө урын алыуы маҡтауға лайыҡ. Уның кеүек башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр өсөн мәктәп ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.