газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2018, 11:50

Өләсәйҙә - ҡунаҡта

Төрлө осрашыуҙар үткәреп үҙенә йәлеп иткән 9-сы китапхана «Аҡ ҡалфаҡ» татар йәмғиәт ойошмаһы менән берлектә быйылғы Ғаилә йылына, һөйөклө Салауатыбыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арнап тағы ла шаулатып сара ойошторҙо. Унда 18-се мәктәптән Вәсимә Фәйзуллина, 4-се мәктәптән Гөлназ Шаймарҙанова үҙҙәренең уҡыусылары менән килде. Беренсенән, сарала башланғыс синыф балаларының әсә телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ни тиклем белеүҙәре тикшерелеп ҡаралһа, икенсенән, уларҙа оло йәш быуын кешеләренә, өләсәй-олатайҙарына булған һөйөү ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотто.

Төрлө осрашыуҙар үткәреп үҙенә йәлеп иткән 9-сы китапхана «Аҡ ҡалфаҡ» татар йәмғиәт ойошмаһы менән берлектә быйылғы Ғаилә йылына, һөйөклө Салауатыбыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арнап тағы ла шаулатып сара ойошторҙо. Унда 18-се мәктәптән Вәсимә Фәйзуллина, 4-се мәктәптән Гөлназ Шаймарҙанова үҙҙәренең уҡыусылары менән килде. Беренсенән, сарала башланғыс синыф балаларының әсә телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ни тиклем белеүҙәре тикшерелеп ҡаралһа, икенсенән, уларҙа оло йәш быуын кешеләренә, өләсәй-олатайҙарына булған һөйөү ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотто.

Фәнзилә Тибеева әҙерләгән сара бик ҡыҙыҡлы конкурс формаһында үтте. Зал уртаһындағы дүрт өҫтәлдә бишәр бала һәм берәр өләсәй урын алды. Һәр команда исем һайланы. 1-се өҫтәл - «Аҡ сәскәләр», өләсәләре Рафиға Зәйнул-лина, 2-се өҫтәл - «Умырзая», өләсәләре Әлфиә Яноҙа-ҡова, 3-сө өҫтәл - «Еләктәр», өләсәләре Фәниә Йосопова, 4-се өҫтәл - «Йондоҙҙар», өләсәләре Фруза Шәйхе-нисламова.

Фәнзилә Әхмәт ҡыҙы балаларҙың әсә теле бу-йынса белемдәрен тикше-реп һорауҙар бирҙе, уларҙы сәмләндереп ебәрҙе. Балалар асыҡ һәм дөрөҫ яуап бирергә тырышты. Уларҙың яуаптарын Тәнзилә Кәримова, Миңленур Хә-кимова һәм мин баһалап ултырҙыҡ.

Беренсе этапта бала-ларға өләсәйҙәре, улар менән нисек арала-шыуҙары тураһында һорауҙар бирелде. Икенсе этап исем һайлау темаһына бағышланды. Һәр бала үҙенең исеме, уның нимә аңлатыуы тураһында матур итеп һөйләп бирҙе. Өсөнсө этапта уҡыусыларҙың үҙ телендә һандарҙы белеүе тикшерелде. Уларҙың шул тиклем тырышып яуап биреүҙәре беҙҙе, жюри ағзаларын, һоҡландырып та, мәрәйҙәр ҡуйғанда бәхәскә лә индереп алды.

Һәр өҫтәлдән балалар сығып Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын һөйләне, өс ҡыҙ «Туған тел» йырын башҡарҙы. 4-се мәктәп уҡыусыһы Илнар Шаймарҙанов баянда ла уйнап ишеттерҙе. Бик күп мәҡәлдәр, әйтемдәр яңғыраны.

Шулай итеп, конкурстың һуңғы этабы ла яҡынлашты. Өләсәйемә аш-һыу әҙерләшәм бәйгеһе башланды. Ул бик ҡыҙыу барҙы, һәр өҫтәл үҙҙәре менән килтергән аҙыҡтарҙан винегрет, оливье турамалары эшләне. Һәр кем еңеүгә ынтылды, жюри йөрөп эш барышын, сифатын, тиҙлеген һәм бөхтәлеген күҙәтте. Дүрт өләсәй айырым һынау ҙа тотто. Рафиға Зәйнуллина, Фәниә Йосопова балаларҙы бәүетеп йоҡлатыу йырҙарын башҡарһа, Әлфиә Яноҙаҡова үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡалфаҡтарын күрһәтеп, уларҙы нисек итеп тегеүен, биҙәлештәрен тасуирлап һөйләне. Фруза Шәйхенисламова гармунда уйнап йырлауы менән таң ҡалдырҙы. Хатта һуңынан гармунда уйнарға өйрәтеүен һорап мөрәжәғәт итеүсе балалар ҙа булды. Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһаған арала «Аҡ ҡалфаҡ»тарҙың «Йондоҙҙар» төркөмө матур сығыштары менән ҡунаҡтарҙың да, конкурсанттарҙың да күңелен күрҙе. Китапхана мөдире Мария Альмировна балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләп, һәр кем үҙ телен, үҙ милләтен яратҡанда ғына, тыуған ерендә бәхетле кеше буласаҡ, тине.

Еңеүселәрҙе билдәләү бик ҡыйынға төштө. 3-сө һәм 4-се өҫтәлдәр беренсе, 1-се һәм 2-се өҫтәлдәр икенсе урындарҙы яуланы. Һәр өҫтәлдән иң күп мәрәй йыйыусы берәр баланы иғлан итмәйенсә булдыра алманыҡ. «Аҡ сәскәләр»ҙән - Камила, «Умырзаялар»ҙан - Камила, «Еләктәр»ҙән - Эльвера, «Йондоҙҙар»ҙан Илияна бик күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүе менән һоҡландырҙы. Ә «Умырзая» төркөмөнән Алһыу матур милли кейеме һәм әүҙем ҡатнашыуы өсөн бүләккә тәҡдим ителде. Еңеүселәргә призға китаптар, һәр балаға «Әннәби» йәмиғ мәсетенән Рәмил хәҙрәт Насиров әҙерләгән тәмлекәстәрҙе тараттылар. «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһының етәксеһе Фәнзилә Тибеева тырышлығы менән ойошторолған сара-конкурс бик күңелле үтте.
Читайте нас: