газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2018, 11:45

Бәхет бит ул берҙәм, татыу булыу

Театрҙа матбуғат конференцияһы бара. Тик өҫтәл артында өлкәндәр түгел, ә етди төҫ алған балалар ултыра. Шулай булмай ни, бөгөн бит улар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә кескәйҙәр әкиәте түгел, ә нигеҙендә көнүҙәк проблемалар ятҡан әҫәр тураһында һөйләргә әҙерләнгән. Сөнки «Арлекин» балалар театр студияһы ике көндән Салауат театры сәхнәһендә К. Драгунскаяның «Ҡыяр һәм башҡа пирожныйҙар» тип аталған спектаклен ҡуясаҡ.

- Бында балалар өл-кәндәр тормошон уйнай. Тамаша балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Төп геройҙар - Әсәй һәм Атай, үҫмер малай һәм ҡыҙ. Ни сәбәптәндер, ғаиләлә әсәй бар, ә атай юҡ. Улар әсәләренең бәхетле булыуын теләй, шуға атай эҙләргә сәйәхәткә сыға. Таба алырҙармы, юҡмы икәнлеген әкиәтте килеп күргәс белерһегеҙ, - тип йылмая студияның хореографы Гөлнәзирә Сәфиуллина.

Назар Әхмәҙиев Акакий Мерседесович ролен уйнай.

- Акакий - кире роль. Ул бизнесмен, үҙенең бюроһы бар. Йыуантыҡ кәүҙәле, һаран бер кеше. Үҙе өйләнергә теләгән ҡатындың балаларын яратмай. Тәрбиәләрмен әле мин һеҙҙе, тип екеренә. Ошо уҫал кешенең образына инергә, бының өсөн тауышымды, йөрөүемде үҙгәртергә тура килде, - ти йәш актер.

Әсә тәүҙә Акакий Мерседесовичҡа кейәүгә сығырға, уның балаларының атаһы булыуын теләй. Әммә ҡыҙ менән малай быға ҡаршы килә. Әсә тиҙҙән изге күңелле Ерән Королде осрата һәм уға ғашиҡ була. Артабанғы яҙмышын кем менән бәйләүе лә кескәй тамашасылар өсөн сер булып ҡалһын әлегә.

Әле ҡыҙыу репетициялар бара. Йәш актерҙар костюмдар кейеп, үҙ ролдәрен башҡарып ҡарағандар ҙа инде. Әкиәттәге хулиган ролен Артем Мизгулин, Королеваны - Миләүшә Сәфиуллина, Ерән Королде - Влад Швыдкой, Аньканы - Полина Киселева, Петьканы - Алан Шаменов, Таҡыр башлы Ҡурҡыныс затты Евгения Бывальцева оҫта башҡара. Әсә ролен уйнау Яна Арыҫланбәковаға бирелгән.

Уйланырға, йылмайырға, көлөргә лә мәжбүр иткән премьераны кескәйҙәр йәкшәмбе сәғәт көндөҙгө 1-ҙә килеп ҡарай ала.
Читайте нас: