газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май 2018, 11:15

Килдек тағы яратҡан ҡалаға

9 май - Еңеү көнө менән ҡотлап, салауаттарға байрам кәйәфе бүләк итергә Өфөнән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө килде. Улар үҙҙәренең сығышы алдынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашып, һорауҙарға яуап бирҙе.

9 май - Еңеү көнө менән ҡотлап, салауаттарға байрам кәйәфе бүләк итергә Өфөнән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө килде. Улар үҙҙәренең сығышы алдынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашып, һорауҙарға яуап бирҙе.

- Салауат ҡалаһына ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?

Ринат Рамазанов:

- Салауаттарҙың барыһын да бөйөк байрам Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ. Икенсе тыуған еремә килеп сығыш яһай алыуыбыҙға бик шатмын. Уның урамдарынан үтеү үҙе бер ностальгия. Мин музыка колледжында белем алдым. Кәйефтәр күтәренке, шуға күрә тамашасыларҙың да кәйефен күтәрергә әҙербеҙ.

- Беҙҙең ҡалалағы сығыш өсөн нимә әҙерләнегеҙ?

- Бөгөнгө программабыҙ патриотик рухта һуғарылған, тиһәң дә артыҡ бумаҫ. Беҙ юл-башсыларға, яугирҙәргә, генералдарға дан йырларға әҙер. Ундай батырҙар беҙҙең республикала күп һәм улар исеменә йырҙар бағышланған. Миңлеғәли Шаймо-ратовты ғына алайыҡ, уның етәкселегендәге 112-се кавалерия дивизияһының данлы хәрби юлы тураһында бөтәһе лә белә. Репертуарыбыҙҙағы йырҙар дәртле, ҡушылып йырларға ла, төшөп бейергә лә мөмкин.

- Бөгөнгө байрамда һеҙ ни өсөн тап Салауатта сығыш яһайһығыҙ?

- Салауаттан алданыраҡ мөрәжәғәт иттеләр.

- Ә быға тиклем беҙҙең ҡалала концерт менән булғанығыҙ бар инеме?

- Эйе, булғаныбыҙ бар. Бер ярты йыл элек тирәһе генә балалар ижад һарайында йәштәр өсөн сығыш яһаныҡ. Көҙгә яңы программа менән килеп концерт ҡуйырға иҫәп тотабыҙ.

- Быйыл Салауат үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Һеҙҙең дә әйтер теләктәрегеҙ барҙыр.

- Башҡорт халҡының милли батыры исемен йөрөткән ҡалаға шундай уҡ батыр, көслө, рухи яҡтан бай, ысын лидер булыуын теләйбеҙ. Салауаттар үҙенең сәскә атыусы ҡалаһы менән ғорурлана алһын һәм дәртләнеп эшләп, ижад итеп йәшәһен, балалар үҫтерһендәр. Республикабыҙҙың гербында, флагында һүрәтләнгән Салауат Юлаев исеменә тап төшөрмәҫтәр тип ышаныбыҙ.
Читайте нас: